Алтын ҡуңыҙҙар (лат. Buprestidae, (рус.  Златки ) — бөтә ер йөҙөндә осрай, ҡорттары урмандарға һәм баҡсаларға зарар килтерә торған, металл төҫлө ялтыраҡ ваҡ ҡуңыҙҙар[1] . Барлығы 12 меңләп төрө билдәле, тропик поястағы фауна айырыуса бай. Рәсәйҙә 200 -ҙән артыҡ төрө бар (уларҙың 100 -ләп төрө — агас һәм ҡыуаҡ үҫемлектәрҙе зарарлаусылар).

Алтын ҡуңыҙҙар
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Buprestidae Leach, 1815

Төркөм өлгөһө

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  114968
NCBI  50527

Кәүҙәһенең оҙонлоғо 2-32 мм, яҫы, оҙонса, осо тарайған. Төҫө асыҡ: йәшел, зәңгәр, ерән-ҡыҙыл, алтын төҫөндә (исеме шунан алынған). Ҡуңыҙҙар йәй башында күренәләр һәм ҡыҙыу көндәрҙә актив осалар. Барлыҡ ағастарҙың һәм ҡыуаҡлыҡтарҙың кәүҫәләрендә һәм ботаҡтарынанда, ҡайһы берҙәре сәскәләрҙә осорай. Инә ҡуңыҙ ярылған урынға, ярыҡҡа, ҡайыр аҫтына йәки уның шыма өҫлөгөнә берәрләп йәки бик күп итеп йомортҡа һала. Личинкаларының оҙонлоғо 4− 70 мм, аяҡһыҙ, һарғылт-аҡ төҫтә, ялпаҡ кәүҙәле. Ҡомға оҡшаш һоро он менән тығыҙлап томаланған, таҡыр, боролмалы, оҙон юлдар һалып, ағас ҡайыры аҫтында, ағас төбөндә, ҡоро-һарыла, ҡороған ағастарҙа, бүрәнәлә, ағас ҡаралтыларҙа йыл дауамында (ҡайһы ваҡыт 2−3 йыл) үҫә. Кереп-сығып йөрөү юлының аҙағында личинкаларҙың ҡурсаҡҡа әйләнү урыны бар. Ҡурсаҡтан барлыҡҡа килгән йәш ҡуңыҙҙар кимереп эллипс формаһында тишек яһайҙар һәм осоп сығалар. Сәскә һеркәһе, япраҡ тукымалары менән туйыналар. Зәғифләнгән, кипкән йәки яңы ғына киҫкән япраҡлы һәм ылыҫлы ағастарҙа урынлашалар.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т. Г. Баишев, 1952)