Аллаяров Алик Рәшит улы
Аллаяров Алик Рәшит улы (3 июль 1973 йыл) — тележурналист. Журналистар союзы ағзаһы (1995). Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2004)[1].
Аллаяров Алик Рәшит улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 3 июль 1973 (51 йәш) |
Тыуған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | тележурналист |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәАлик Рәшит улы Аллаяров 1973 йылдың 3 июлендә Өфө ҡалаһында тыуған. 1997 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай һәм Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһында эшләй башлай: башта — махсус хәбәрсе, артабан — «ТВ студияһының мәғлүмәт программалары» ижади берекмәһе етәксеһе, сәйәси күҙәтеүсе, Мәғлүмәт программалары хеҙмәте начальнигы урынбаҫары, продюсер[1].
2004 йылдан «Башҡортостан» ТРК ДУП-ының баш мөхәррире, 2008 йылдан башлап «Салауат Юлаев» хоккей клубының матбуғат хеҙмәте етәксеһе. Ижтимағи-сәйәси һәм социаль темаларға тапшырыуҙар, Өфө ҡала балалар һәм үҫмерҙәр приюты тураһындағы «Хыялдар тормошҡа аша» («Мечты сбываются») телесюжеттар циклы авторы[1].
Әлеге ваҡытта реклама агентлығы өлкәһендә эшләй[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2004)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 / Аллаяров Алик Рәшит улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Деятельность рекламных агентств 2020 йыл 20 октябрь архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- / Аллаяров Алик Рәшит улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Деятельность рекламных агентств 2020 йыл 20 октябрь архивланған.