Аликин Владимир Александрович
Аликин Владимир Александрович (12 сентябрь 1937) — совет һәм хужалыҡ эшмәкәре, инженер. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры, Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Милләте - урыҫ.
Аликин Владимир Александрович | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 12 сентябрь 1937 (83 йәш) |
Тыуған урыны | СССР, РСФСР, Свердловск өлкәһе, Пермь |
Һөнәр төрө | инженер-технолог |
Биләгән вазифаһы | Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты |
Уҡыу йорто | Өфө дәүләт авиация техник университеты |
БиографияһыҮҙгәртергә
Владимир Александрович Аликин 1937 йылдың 12 сентябрендә Пермь ҡалаһында донъяға килгән.
1965 йылда Өфө авиация институтын тамамлаған.[1]
Хеҙмәт юлын 1957 йылда, Пермь авиация техникумын тамамлағандан һуң тыуған ҡалаһында заводта бригадир, цех мастеры булып эшләй башлаған.
1957 - 1959 йылдарҙа совет армияһы сафтарында хеҙмәт итә. Унан ҡайтҡас Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә технолог, өлкән технолог, техник бюро начальнигы, цех начальнигы урынбаҫары булып эшләй.
1971 - 1985 йылдарҙа Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе предприятиеһында цех начальнигы, баш инженер урынбаҫары вазифаһында эшләй.
1985 1991 йылдарҙа — баш инженер, баш инженер урынбаҫары, УМПО-ла ҡеүәттәрҙе үҙләштереү бүлегенең бюро начальнигы вазифаһын биләй.
1991 йылдан «"Восток" акционер сауҙа-сәнәғәт йорто» акционер йәмғиәтенең генераль директоры итеп тәғәйенләнә.
Башҡортостан Республикаһының Юғары Советы Президиумы ағзаһы булған [2]
Өфө ҡалаһының Калинин районы, 12-се Феринск һайлау округы буйынса БАССР-ҙың 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәреҮҙгәртергә
- «Почет Билдәһе» ордены
- Миҙалдар
ҠарағыҙҮҙгәртергә
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ Аликин Владимир Александрович/Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5
- ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 14.
СығанаҡтарҮҙгәртергә
- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104