Алиева Светлана Умаровна
Светлана Умаровна Алиева(тыуған 6 апрель 1936, Пятигорск) — СССР һәм Рәсәй әҙәбиәт белгесе, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре, тәнҡитсе һәм библиограф, мөхәррир. СССР журналистар союзы ағзаһы.
Алиева Светлана Умаровна | |
Ғилми даирәһе |
әҙәбиәт белгесе |
---|---|
Эшләгән урыны |
Рәсәй Федерацияһы Фәндәр академияһының М. Горький исемендәге донъя әҙәбиәте институты |
Альма-матер | |
Ниндәй өлкәлә танылған |
әҙәбиәт белгесе, тәнҡитсе, библиограф, мөхәррир |
Биографияһы
үҙгәртергәАлиева Светлана Умаровна Пятигорскиҙа 1936 йылдың 6 апрелендә тыуған. Алиевтар уздендәре ырыуынан сыҡҡан. Атаһы — Үмәр Баблашевич Алиев, билдәле төркиәтсе, яҙыусы; 1944 йылда, ҡарасәй милләтенән булғанлыҡтан, Ҡырғыҙстанға депортациялана. Тиҙҙән ғаилә башлығы артынан улар ғаиләһе Фрунзе ҡалаһына китә.
Алиева Светлана Умаровна 1959 йылда Ростов дәүләт университетының филология факультетын тамамлай.
1960—1963 йылдарҙа — «Кабардино-Балкарская правда» гәзитендә эшләй.
1966—1967 йылдарҙа — В. И. Ленин исемендәге Дәүләт китапханаһында өлкән библиограф.
1967—1970 йылдарҙа — «Книга» нәшриәтенең өлкән мөхәррире.
1970—1972 йылдарҙа — «Литературная газета» редакцияһының үҙ корреспонденты. 1972 йылда Э. Казакевич ижады буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.
1972—1976 йылдарҙа — «Литературное обозрение» журналының өлкән мөхәррире.
1976—1980 йылдарҙа — «Советский писатель» нәшриәтенең өлкән мөхәррире.
1986-1987 йылдарҙа С. У. Алиеваның әҙәби-тәнҡит мәҡәләләре «Октябрь» (1986, № 10), «Звезда» (1987, № 3), «Дружба народов» (1986, № 10), «Дон» (1986, № 10) журналдарында баҫылып сыға.
1989 йыл — СССР ФА-ның (хәҙер Рәсәй Фәндәр академияһы) М. Горький исемендәге Донъя әҙәбиәте институты хеҙмәткәре .
1985—1992 йылдарҙа С. У. Алиева тотолитар совет дәүләтендәге халыҡтар тарихы тураһында «Так это было» йыйынтығын әҙерләй.
1989 йылдан алып СССР-ҙағы Репрессияланған халыҡтар конфедерацияһында эшләй.
1995 йылдан алып — Төньяҡ Кавказ ҡатын-ҡыҙҙар союзы президенты, Халыҡ-ара хоҡуҡ һаҡлау ассамблеяһының координация советы ағзаһы (Мәскәү). 2005 йылда, «1000 женщинам — Нобелевская премия мира 2005 года» («1000 PeaceWomen») проекты сиктәрендә Рәсәй тарафынан Нобель тыныслыҡ премияһына тәҡдим ителгән кандидат.
Ғилми хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Запах фиалки : Воспоминания // Так это было : Национальные репрессии в СССР, 1919—1952 годы : в 3 т. Т.1 / сост., предисл., послесл., коммент. и примеч. С. У. Алиевой ; Рос. Междунар. фонд культуры. — М. : Инсан, 1993. — С. 317—332.
- «Я сын твой, Теберда…» : Сборник / Сост., редактор, автор воспоминаний и коммент. С. У. Алиева . — М. : ГУ МДН, 2006. — 360 с. : ил.
- Человек в меняющемся мире. — Баку, 1980
- Современная туркменская проза. — М., 1982
- Литературная критика в действии. — М., 1984
- Сердце своё держу как свечу… По страницам современной женской прозы. — М., «Знание», 1991.
- Гафури, Мажит / Алиева С. У. // Восьмеричный путь — Германцы. — М. : Большая российская энциклопедия, 2006. — С. 439. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 6). — ISBN 5-85270-335-4.
Иҫкәрмә
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Литературы народов России: XX в.: словарь / Н. С. Надъярных. — М.: Наука, 2005. — 365 с. — ISBN 5-02-010208-3.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Светлана Умаровна Алиева . Журнальный зал. Дата обращения: 8 май 2014.
- Воспоминания о ГУЛАГе и их авторы