Алексей Толстой һәйкәле (Мәскәү)
Алексей Толстой һәйкәле | |
Нигеҙләү датаһы | 1957 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Пресненский район[d] |
Архитектор | Поляков, Леонид Михайлович[d] |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Q27602914? |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d][1] |
Указания, как добраться | Большая Никитская улица, сквер у Никитских Ворот |
Алексей Толстой һәйкәле (Мәскәү) Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәКүренекле яҙыусы Алексей Николаевич Толстой (1883—1945) һәйкәле Оло һәм Кесе Никита урамдары сатында урынлашҡан
Федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекты статусына эйә.
XVI быуат манараһы урынында (1937 йылда емерелә) урынлашҡан Большое Вознесение ҡорамы алдында скверҙа ҡуйылған[2][3].
Һәйкәл өсөн урын һайлау осраҡлы түгел: эргәлә, Спиридоновка урамының 2/6 -сы йортонда яҙыусы үҙ ғүмеренең һуңғы йылдарын үткәргән. 1941 йылдан алып 1945 йылға тиклем А. Н. Толстойҙың мемориаль музей-фатиры була.
Һәйкәлде асыу тантанаһы 1957 йылдың 3 июлендә үтә.
Проект өҫтөндә скульптор Георгий Иванович Мотовилов һәм архитектор Леонид Михайлович Поляков эшләй.
Скульптура композицияһы өсөн бронза, постамент өсөн гранит ҡулланыла.
Постаментҡа алтын төҫөндә ҡыҫҡа итеп яҙыусының исем фамилияһы, тормош даталары ғына яҙылған.
Алексей Николаевич.яҙыусы өсөн хас традицион образда – ҡулына блокнот менән ҡәләм тотоп креслола уйсан ултыра.
Скульптор бер төрлө генә фекер уятмай. Мәҫәлән, яҙыусының һуңғы ҡатыны Людмила Ильинична Крестинская Толстаяға ул оҡшамай[4]
Ҡайһы бер тәнҡитселәр яҙыусының позаһын, кейемендәге, сәсендәге йыйнаҡһыҙлығын шелтәләй һ.б.[5]
Әммә башҡа фекерҙәр буйынса, нәҡ ошо деталдәр ижад кешеһенең образын аныҡ сағылдыра һәм һәйкәлгә үҙенә генә хас айырымлыҡтар бирә[6]».
2000 йылда Мәскәү ҡалаһының Ҡомартҡылар һаҡлау буйынса төп идаралығы заказы буйынса А.Н.Толстой һәйкәленең реставрацияһы үтә[7].
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Кравченко К.С., Г.И. Мотовилов, М., 1969.
- Москва. Энциклопедический справочник. — М.: Большая Российская Энциклопедия 1992.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- ↑ Постановление Совета Министров РСФСР № 1327 от 30.08.1960
- ↑ Церковь Большого Вознесения у Никитских ворот . 2018 йыл 29 март архивланған.
- ↑ Храм у Никитских ворот прирастёт колокольней . 2015 йыл 24 сентябрь архивланған.
- ↑ Последняя жена Алексея Толстого . Еженедельник "Слово" (15 февраль 2008). 2018 йыл 29 март архивланған.
- ↑ Памятник писателю А.Н. Толстому на Большой Никитской улице .
- ↑ Памятник А.Н. Толстому .
- ↑ Официальный сайт ООО "Рекос" . 2011 йыл 19 июль архивланған.