Александр II һәйкәле (Дондағы Ростов)
Александр II һәйкәле — 1890 йылда Дондағы Ростовта Собор майҙанында ҡуйылған монумент. Проект авторы скульптор М.О. Микешин. Һәйкәл 1924 йылда һүтеп алынған.[1].
Александр II һәйкәле | |
Нигеҙләү датаһы | 1890 |
---|---|
Дәүләт |
Рәсәй империяһы СССР |
Административ-территориаль берәмек | Дондағы-Ростов |
Современное состояние | разрушенный[d] |
Александр II һәйкәле (Дондағы Ростов) Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәҺәйкәлде ҡуйыу идеяһы император Александр II үлтерелгәндән һуң барлыҡҡа килә. 1881 йылда 15 мартында Ҡала думаһы ултырышында һәйкәл ҡуйыу тураһындағы ҡарар рәсми рәүештә ҡабул ителә. Һәйкәл проектын раҫлау өсөн бер нисә йыл кәрәк була. Һәйкәл ҡороу буйынса комитет билдәле скульптор М.О.Микешинға мөрәжәғәт итә. Ул комиссия алдында һәйкәл эскизын тәҡдим итә, был проект ҙур булмаған үҙгәрештәр менән раҫлана[1].
Монументты урынлаштырыу урыны сифатында ике вариант ҡарала: Раштыуа Богородица ҡорамы янындағы Собор майҙаны һәм ҡала паркына инеү урынындағы Ҙур Баҡса урамы. Һуңынан һәйкәлде Собор майҙанында урынлаштырыу ҡарар ителә. Бынан тыш был майҙанда императорҙың тыуған көнөндә хәрби парадтар үткәрелә[1].
Һәйкәлде урынлаштырыу менән ҡала башлығы Андрей Матвеевич Байков шөғөлләнә. Ул скульптор менән һөйләшеүҙәр алып бара һәм һәйкәл өсөн аҡса йыйыуҙы ойоштора (уны төҙөү өсөн 70 мең һум аҡса тотонола). Ләкин Байков һәйкәл асылыуға тиклем бер йыл алда вафат була. Императорҙың һәйкәлен асыу тантанаһы 1890 йылдың 17 апрелендә уҙа[1].
Совет власы урынлашҡас һәйкәлде түбәһендә йондоҙ менән ҡыҙыл төҫкә буялған фанера менән көпләп ҡуялар. 1924 йылдың 27 мартында шәмбе өмәһе ваҡытында трактор ярҙамында һәйкәлде пьедесталдан ауҙарып төшөрәләр. Һуңынан скульптураны «Ҡыҙыл Аҡсай» заводында иретәләр[2].
Үҙгәртеп ҡороуҙарҙан һуң Ростов халҡы Александр II һәйкәлен тергеҙеү буйынса фекерҙәр әйтә. Әммә Дондағы Ростов хакимиәте инициативаһы менән 1999 йылда был урында Святитель Дмитрий Ростовский һәйкәле ҡуйыла (скульпторы В. Г. Беляков һәм архитекторы Н. Ф. Гмыря)[3].
Тасуирламаһы
үҙгәртергәҺәйкәлдең дөйөм бейеклеге 4,5 сажин, бронза скульптураһының бейеклеге 7 аршын тәшкил итә. Император аяғүрә баҫып тора. Александр II уң ҡулында скипетр тотҡан, уның ҡарашы күккә йүнәлгән. Пьедесталдың алғы яғында дәүләт гербы, ә уның өҫтөндә — лавр менән үрелгән Александр II инициалдары. Пьедесталдың һул яғында императорҙың тыуыу даталары яҙылған. Һәйкәлдең һыртында Ростов ҡалаһының гербы урынлашҡан. Квадрат майҙандың мөйөштәрендә һәр береһендә өсәр фонарь менән шәмдәлдәр урынлашҡан. Һәйкәл биләгән майҙансыҡ суйын рәшәткләрә менән уратып алынған[1].
Һәйкәлдең авторы-скульптор М. О. Микешин. Пьедесталды Ростовтағы итальян С.А. Тонитоның фирмаһы эшләгән[1]. Монументтың бөтә металл өлөштәре (скульптура, суйын рәшәткәләре, фонарь) Санкт-Петербургтың төрлө завод-фабрикаларында эшләнгән. Статуя Н. Штангеның бронза фабрикаһында ҡойолған, ә рәшәткәләр һәм фонарҙар Н.Ф. Сан-Галлиның заводында әҙерләнгән[2].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Кукушин B. C. Разрушенные шедевры // История архитектуры Нижнего Дона и Приазовья. — Ростов-на-Дону: ГинГО, 1995. — 275 с. — ISBN 5-88616-027-2.
- ↑ 2,0 2,1 Памятник Александру II в Ростове-на-Дону . voopiik-don.ru. Дата обращения: 16 август 2013.
- ↑ Малаховский Е. И. Храмы и культовые сооружения Ростова-на-Дону. — Ростов-на-Дону: Издательство "NB", 2006. — С. 57—58. — ISBN 5-98155-014-7.