Александр колоннаһы (Дондағы Ростов)

Александр колоннаһы[1] (Александрийская колонна[2]) — Дондағы Ростовта Витя Черевичкин исемендәге паркта урынлашҡан һәйкәл. Ул 1894 йылда Дондағы Нахчиван ҡалаһында (хәҙерге Дондағы Ростовтың Пролетар районы). Александр колоннаһы — ҡаланың совет осоронда һаҡланып ҡалған берҙән-бер революцияға тиклемге һәйкәл[3]. Ул урындағы әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекты статусына эйә.

 
Колонна 1907 йылда

Александр колоннаһы 1894 йылдың 18 сентябрендә, Екатерина II һәйкәле менән бер көндә тантаналы асыла[4]. Монумент Александр II батшалыҡ итә башлауға 25 йыл тулыуға бағышлана. Колонна ҡуйылған парк Александр паркы атамаһын ала.

Һәйкәл иң осона Рәсәй гербы ҡуйылған, тотош граниттан эшләнгән 11-метрлыҡ колоннанан ғибәрәт. Һәйкәл ултырған майҙан сылбырлы ҡойма менән уратылған. Проект авторы Нахчиван архитекторы Н. Н. Дурбах. Һәйкәл С. А. Тониттоның Ростов оҫтаханаһында эшләнә. Ҡуйылғанға тиклем һәйкәл «Александр Икенсегә — Нахчиван әрмәндәренән» тигән рәсми исем менән йөрөй.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Пролетарский район. rostov-gorod.ru. Дата обращения: 5 август 2013.
  2. Рәсәйҙең мәҙәниәт министрлығы. № 6100000323 // Сайт «Объекты культурного наследия (памятники истории и культуры) народов Российской Федерации».
  3. Антон Геращенко. Ростов-папа. — Жинго, 2002. — С. 38.
  4. Памятники Нахичевани (Листая старые архивы). rostovbereg.ru. Дата обращения: 18 август 2013.

Һылтанмалар

үҙгәртергә