«Хәрби дан ҡалаһы» стелаһы (Дондағы Ростов)

2010

Һәйкәл
"Хәрби дан ҡалаһы" стелаһы
Ил Рәсәй
Ҡала Дондағы Ростов
Төҙөлөшө 20092010 йылдар

«Хәрби дан ҡалаһы» стелаһы — Дондағы Ростовтың Первомайское районында урынлашҡан мемориал. Ҡалаға Рәсәй Федерацияһының «Хәрби дан ҡалаһы» маҡтаулы исем бирелеү хөрмәтенә бағышлап төҙөлә. 2010 йылдың 6 майында, Еңеүҙең 65 йыллығын ҡаршылағанда, аэропорт бинаһы алдындағы, "Хәрби дан майҙаны"нда тантаналы асыла[1][2].

Һүрәтләнеше

үҙгәртергә

Һәйкәл 6,5 метр бейеклектәге, осона Рәсәйҙең бронза гербы ҡуйылған түңәрәк ҡыҙыл граниттан ғибәрәт. Колоннаның квадрат помтаментының бер яғында — Дондағы Ростовтың, икенсе яғына РФ Президенты Указының тексы урынлаштырылған. Колонна Дондағы Ростовтың хәрби тарихы һәм гитлеровсыларҙы еңеү тарихына арналған барельефлы квадрат пилондар менән уратылған. Монумент авторҙары: архитекторы Ю. Дворников һәм форматор А Мусиенко. Барельеф авторҙары: скульпторҙар С. Олешня, Г. Мясников, А. Дементьев. Барельефтар РГСУ-ның художестволы ҡойоу оҫтаханаһында ҡойолған.

2007 йыл башында ветерандар ойошмалары вәкилдәре Ростовҡа «Хәрби дан ҡалаһы» исемен биреү инициативаһы менән сыға. Ростов мэры Михаил Чернышев башланғысты хуплай, Ростов ҡала думаһы депутаттары Рәсәй Президентына юллама ебәрә[3]. Маҡтаулы исем 2008 йылдың 5 майында, 556-сы Указ нигеҙендә, ҡаланың «Ватандың бойондороҡһоҙлоғо һәм азатлығы өсөн көрәштә ҡаланы һаҡлаусыларҙың ҡаһарманлығы, ныҡлығы һәм батырлығы өсөн» бирелә[4].

Президенты Указына ярашлы, «Хәрби дан ҡалаһы» исемнеә лайыҡ булған барлыҡ ҡалаларҙа стелалар бер проект буйынса ҡуйыла. Уны урынлаштырыу урыны итеп бер нисә вариант тәҡдим ителә: Карл Макрс майҙаны, Оло Баҡса урамы, Тетар майҙаны[5]. Әммә уларҙың ҡайһы берҙәре стеланы элекке һәйкәлдәр урынына ҡуйыуҙы күҙаллағанлыҡтан, уларҙан баш тарталар. Һөҙөмтәлә стеланы Ростов аэропорты бинаһы алдындағы майҙанға урынлаштырыға ҡарар ителә[6].

Был урын фронттың Төньяҡ-Көнсығыш төркөмөнөң төп һөжүме йүнәлешендә булыуы менән аңлатыла. Икенсе дәлилдәр ҙә бар: аэропорт ҡаланың һауа ҡапҡаһы булып тора, эргәнән генә «Дон» М4 — Ростовҡа инеүсе төп автоюл үтә. Өҫтәүенә, майҙандың ландшафты яҡшы. Киләсәктә аэропортты ҡала ситенә күсереү һәм уның урынына йорттар төҙөү күҙаллана. Әммә стеланың урынын тәнҡитләүселәр, был урында бер ниндәй ҙә һуғыш булмаған, тип билдәләй.

Ҡала думаһы стела эшләүгә 19 миллион һум аҡса бүлә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә