Александр кампличкаһы
Ғибәҙәтхана | |
Александр кампличкаһы
| |
Ил | Рәсәй |
Ҡала | Таганрог |
Конфессия | Православие |
Бина тибы | часовня |
Төҙөлгән ваҡыты | 1886 йыл |
Бөгөнгө хәле | снесена |
Александр кампличкаһы — Таганрог ҡалаһында император Александр II 1866 йылдың 4 апрелендә һөжүм яһалғас, уның ғүмерен ҡотҡарып ҡалыу хөрмәтенә төҙөлгән ғибәҙәтхана. Грек урамы һәм Воронцов урамынан төшкән урын киҫелешендә урынлашҡан.
Тарихы
үҙгәртергәРәсәй императоры Александр Икенсегә (1818—1881) беренсе һөжүм 1866 йылдың 4 апрелендә Санкт-Петербург ҡалаһында була. Уға ҡул күтәррегә рус революционер-террорисы Дмитрий Каракозов (1840—1866) йөрьәт итә. Каракозов батшаны үлтереп, халыҡты социаль революцияға илһамландыррымын, тип уйлай.
1866 йыл уртаһында Таганрог ҡалаһы башлығы Шестаков талабы буйынса протоиерей Федор Покровский, рухи етәкселегенән рөхсәт ала алмаһа ла, төҙөләсәк ғибәҙәтхана урынын изгеләндерә. Был ғәмәле өсөн протоирей Успенск соборының өлкән священнигы вазифаһынан ҡолаҡ ҡаға һәм Никольск сиркәүенә настоятель итеп күсерелә. Әммә 1867 йылда унан ғәйепләү алына һәм ул элекке хеҙмәт урынына — Успенск соборына кире ҡайта.
Таганрог халҡы 1866 йылдың 4 апрелендә Император Икенсенең ғүмере ҡотҡарылып ҡалыу хөрмәтенә шул уҡ йылда таш ғибәҙәтхана төҙөй һәм уныАлександр кампличкаһы тип атай[1]. 1867 йылда часовня Таганрог Успенск соборына ҡушыла.
Александр Икенсе иҫән саҡта һәр йылдың 4 апрелендә соборҙан ғибәҙәтханаға халыҡ тантаналы тәре юлы менән үтә.
Часовняның иҫтәлекле йыһазы булып Таганрог балыҡсылары бүләк иткән, ҡиммәтле таштар менән биҙәлгән паруслы кәмә формаһындағы алтын лампада тора. Һуңынан ул Успенск соборына күсерелә.
1881 йылда, «Халыҡ ихтыяры» йәшерен революцион ойошма ойошторған террористик акт һөҙөмтәһендә император һәләк булғандан һуң, дини эшмәкәрлек туҡтатыла. Ваҡыт үтеү менән бина әкренләп иҫкерә, унда йортһоҙҙар йәшәй башлай. Таганрог граждандары был мәсьәләне күп тапҡырҙар күтәреп, ҡала думаһы ағзаларының иғтибарын часовняның торошона йүнәлтә.
1929 йылда Александр кампличкаһы биналары китап сауҙаһы кибете итеп файҙаланыла. Әммә тейешле тәрбиә булмағанлыҡтан, бина емерелә башлай. Шул уҡ йылда кампличка емертелә һәм уның урынында хәҙер ун ҡатлы торлаҡ йорт тора.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Орлов Г.Н. Памятники архитектуры, истории и культуры Таганрога на старых открытках и фотографиях / Орлов Г.Н., Найговзин Л.И., Цымбал А.А. – Таганрог: «Лукоморье», 2004. – 192 с. ISBN 5-901565-11-8
- Энциклопедия Таганрога. Гл. ред. В. И. Тимошенко, 1998. Изд.: Антон. ISBN: 588040174