Алдошин Сергей Михайлович
Алдо́шин Серге́й Миха́йлович (2 март 1953 йыл[1]) — Рәсәй ғалимы, химик физика, кристалл химияһы, ҡаты есем химияһы һәм квант химияһы өлкәһе белгесе, химия фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы (2003). РФА вице-президенты (2008—2017)[1], Химик физика проблемалары институты директоры (1997—2019).
Алдошин Сергей Михайлович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 2 март 1953 (71 йәш) |
Тыуған урыны | Кадомский район[d], Рязань өлкәһе, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | химик |
Эшмәкәрлек төрө | химическая физика[d] |
Эш урыны | Институт проблем химической физики РАН[d] |
Уҡыу йорто | Ростов дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжә | химия фәндәре докторы[d] |
Ойошма ағзаһы | Рәсәй Фәндәр академияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Алдошин Сергей Михайлович Викимилектә |
Фәнни-техник өлкәлә предприятиеларҙың бәләкәй формаларын үҫтереүгә булышлыҡ итеү фондының эксперт советы рәйесе.
Биографияһы
үҙгәртергәСергей Михайлович Алдошин 1953 йылдың 2 мартында Рязань өлкәһе Кадомский районының Красные Починки ауылында тыуа. 1975 йылда Ростов дәүләт университетының химия факультетын тамамлай.
Институттың Химик физика бүлегендә (әлеге ваҡытта Рәсәй Фәндәр академияһының Химик физика проблемалары институты) кесе, өлкән һәм төп ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. 1989 йылдан — директор урынбаҫары, 1997—2019 йылдарҙа — директор[2].
1977 йылда — кандидатлыҡ, ә 1986 йылда докторлылыҡ диссертацияһын яҡлай[3].
2000 йылда Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы итеп һайлана, ә 2003 йылдан хоҡуҡлы ағзаһы булып тора[1].
2004—2009 йылдарҙа — РФА-ның Черноголовка ҡалаһындағы Ғилми үҙәге рәйесе[3].
Президент Дмитрий Медведевтың 2009 йылдың 31 декабрендәге бойороғона менән тикшереүҙәрҙе һәм эшләнмәләрҙе үҫтереү, уларҙың һөҙөмтәләрен коммерциялаштырыу өсөн территория буйынса айырымланған комплекс булдырыу ("Сколково"инновация үҙәге) проктын эшләү буйынса эш төркөмөнә индерелә[4].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Ростов дәүләт университетының почетлы докторы (2003)
- Башҡорт дәүләт университетының почетлы докторы (2008)
- II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы (2004).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Портал РАН
- ↑ ВАК, 2010
- ↑ 3,0 3,1 60-летие С. М. Алдошина
- ↑ О рабочей группе по разработке проекта создания территориально обособленного комплекса для развития исследований и разработок и коммерциализации их результатов . Распоряжение Президента РФ от 31 декабря 2009 г. № 889-рп. garant.ru (19 ғинуар 2010). Дата обращения: 17 май 2013.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Профиль Сергея Михайловича Алдошина РФА рәсми сайтында
- Профиль С. М. Алдошина на сайте Высшей аттестационной комиссии Министерства образования и науки Российской Федерации (неопр.). vak.ed.gov.ru; archive.org. — Недоступная ссылка заменена архивной. Дата обращения: 16 мая 2013. Архивировано 8 сентября 2010 года.
- 60-летие С. М. Алдошина (неопр.).
- Фотопортрет С. М. Алдошина в галерее выдающихся учёных МГУ «Портрет интеллекта», созданной в 2005 г. к 250-летию университета (фото Сергея Новикова).
- Историческая справка на сайте Архива РАН
- Интервью С. М. Алдошина о В. И. Петрике