Алга Александр Егорович

Александр Егорович Алга (1936 йылға тиклем фамилияһы Бачков була, 1913-1977) — сыуаш шағиры,прозаик, драматург, әҙәби тәржемәсе, тәнҡитсе.

Алга Александр Егорович
Эшмәкәрлек төрө:

шағир, драматург, тәржемәсе, тәнҡитсе, яҙыусы

Тыуған көнө:

27 ноябрь 1913({{padleft:1913|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})

Тыуған урыны:

Татар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d], Тәтеш районы, Кошки-Новотимбаево[d]

Вафат булған көнө:

15 июнь 1977({{padleft:1977|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (63 йәш)

Вафат булған урыны:

СССР, РСФСР, Чебоксар

БиографияҮҙгәртергә

Сембер губернаһы Быуа өйәҙе Күшкә-Яңы Тимбай (хәҙерге Татарстан Республикаһының Тәтеш районына ҡарай) ауылында 1913 йылдың 27 ноябрендә тыуған.

Башта ауыл мәктәбендә уҡый, аҙаҡ балалар йортона күсерелә. Ҡазан Сыуаш техникумында, Сыуаш педагогика институтында белем ала.

Сыуашстандың Ҡыҙыл Армия, Цивильск райондары мәктәптәрендә сыуаш теле һәм әҙәбиәте уҡыта, Ядрин педагогия училищеһында эшләй.

1938 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

1939 йылдың ноябрендә РККА-ға хәрби хеҙмәткә алына. Көнбайыш Украинала хеҙмәт итә.

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Һуғыш 1941 йылдың 22 июнендә башлана. Сик буйы оборона һуғышында ҡатнаша. 1941 йылдың 30 июнендә Львов ҡалаһы тирәһендә баш һәм ҡулдарына яралана һәм госпиталгә оҙатыла. 1943 йылдың февраленән взвод командиры һәм 43 сө айырым инженер-сапер батальонында рота командиры булып хеҙмәт итә. Төньяҡ-Көнбайыш, Үҙәк, Воронеж һәм 1-се Украина фронттарында һуғыша. 1944 йылдың апрелендә Тернополь ҡалаһы янында икенсе тапҡыр яралана. Һуғышты өлкән лейтенант итеп тамамлай.

Әҙәби эшмәкәрлекҮҙгәртергә

Һуғыштан һуң «Ялав» журналында мөхәррир булып эшләй, Чуваш яҙыусылар союзы рәйесе, РСФСР Яҙыусылар союзы секретары була.

1963-1967 йылдарҙа-Чуваш АССР Юғары Советы депутаты.

1977 йылдың 15 июнендә Чебоксарыда вафат була. Чебоксары ҡалаһының 1-се зыйаратында ерләнгән.

Ижади эшмәкәрлекҮҙгәртергә

Беренсе шигырьләр матбуғатта 1931 йылда барлыҡҡа килә. Александр Егорович Алға шиғриәттә дә, прозала ҙа ижад итә, тәржемә итә, тәнҡитләй.

Баҫылған китаптарҮҙгәртергә

  • «Хĕвеллĕ ир» (Стихи, 1940);
  • «Тăватă çулталăк» (1947);
  • «Сăвăсемпе поэмăсем» (1948);
  • «Юлташпа юнашар» ( 1955);
  • «Хамăр ялсем» (поэма, 1956);
  • «Легендăсем» (1960);
  • «Çамрăксем» (1961);
  • «Пурнăçпа вилĕм» (1966);
  • «Хĕçпе çурла» (роман, 1968, 1973);
  • «Хурама та хурăн» (повесть, 1979);
  • «Мои земляки» (Ман тăвансем, поэма, 1959);
  • «Вязы да березы» (Хурамасемпе хурăнсем, повесть 1965).

СығанаҡтарҮҙгәртергә

  • «Чăваш литературин антологийĕ», составители: Д. В. Гордеев, Ю. А. Силэм. Чебоксары, 2003. ISBN 5-7670-1279-2