Аккадтар
Аккадтар (аккад.ак. șalmat qaqqadim, «ҡарабаштар») — беҙҙең эраға тиклем III мең йыллыҡта Месопотамияла йәшәгән аккад телендә һөйләшкән семит телле халыҡҡа фәнни әҙәбиәттә бирелгән атама; Месопотамия тарихында беренсе үҙәкләштерелгән дәүләттең — Аккад батшалығының — барлыҡҡа килеүе аккадтар менән бәйләнгән.
Аккадтар |
Атамаһы
үҙгәртергә«Аккадтар» этнонимы Аккад батшалығынан алынған, ә батшалыҡтың атамаһы үҙ сиратында был берәмектең баш ҡалаһы булған Аккаде ҡалаһы исеменә барып тоташа. Аккадтарҙың үҙатамаһы (шумерҙарҙыҡы кеүек үк) «ҡарабаштар» ак. șalmat qaqqadim була.
Сығышы
үҙгәртергәАккадтар семит халыҡтарының көнсығыш тармағына ҡарай (көнсығыш семиттар) һәм, күрәһең, улар Ғәрәбстандан сыҡҡан булғандыр. Көнсығыш семиттарҙың Месопотамияға килеп сығыу шарттары һәм ваҡыты әлегә билдәһеҙ көйө ҡала.
Антропологик тип
үҙгәртергәАккадтарҙың антропологик үҙенсәлектәре мәсьәләһе бәхәстәр тыуҙыра, сөнки: 1) антропологик материал әҙ һәм насар һаҡланған 2) аккадтар йәшәгән ерҙәрҙә башҡа халыҡтар ҙа булған, «этник» буталышҡа дусар булған ҡәберлектәрҙәге һөйәктәрҙең «этник» йәһәттән ҡайһы халыҡтыҡы булыуын асыҡлау ҡатмарлы. Дөйөм алғанда, тикшеренеүселәр Көньяҡ Месопотамия халҡын европеоид расаһының Урта диңгеҙ тибына ҡарата. Был кешеләр ҡуңыр тәнле, ҡуңыр күҙле, тура танаулы, ҡоңғорт тура сәсле; әлеге Көньяҡ Ираҡ халҡы ошондай билдәләргә эйә. А. Мортгат аккадтарҙы шумерҙарҙан брахикефалия айыра тип фараз итә.
Теле һәм яҙмаһы
үҙгәртергәАккад теле афразия макроғаиләһе семит телдәренең көнсығыш төркөмөнә инә. Ул яҙма рәүештә теркәлгән боронғо семит теле булып тора. Аккадтар уның бер диалектында (иҫке аккад диалектында) һөйләшкән. Артабанғы осорҙарҙа ошо уҡ телдә (әммә башҡа диалекттарҙа) бабилдар һәм боронғо ассирийҙар һөйләшкән. Башҡа семит телдәре менән сағыштырыу аккад телен һәйбәт өйрәнеү мөмкинлеген биргән, уның фонологияһы, грамматикаһы, синтаксисы сиселгән. Иҫке аккад диалектының фонетикаһында бер нисә протосемит һуҙынҡыһы һаҡланған. Исем енес, һан, килеш, хәл-торош категорияларына эйә һәм килеш менән дә, ҡылым кеүек тә (мәҫәлән, стативта) үҙгәрә ала. Ҡылымдар огласовка буйынса кластарға бүленә (бөтәһе 4 класс) һәм породалар (4 төп) сиктәрендә үҙгәрә. 3 «заман» — презенс, претерит һәм перфект бар, улар ваҡытҡа ҡарағанда күберәк эш-хәрәкәттең характерын йәки уның башҡа эш-хәрәкәткә мөнәсәбәтен белдерә. Һөйкәлештәр: индикатив, субъюнктив, императив; теләк формалары: прекатив, ветитив, прохибитив, когортатив. Һөйләмдәге һүҙҙәр тәртибенә, моғайын, шумер теле йоғоно яһағандыр: ул семит телдәре синтаксисы өсөн хас түгел: SOV. Шумер теленән үҙләштереүҙәр байтаҡ. Яҙмаһы — шумерҙарҙан үҙләштерелгән шына яҙыу.
Тарихы
үҙгәртергәМесопотамияла көнсығыш семиттарҙың барлыҡҡа килеү ваҡыты һәм шарттары тураһындағы һорау асыҡ килеш ҡала. Аккадса яҙылған тәүге глостар беҙҙең эраға тиклем яҡынса XXVI быуатҡа ҡарай. Беҙҙең эраға тиклем III мең йыллыҡтың уртаһында көнсығыш семиттар Ки-Ури өлкәһендә йәшәгән халыҡтың күпселеген тәшкил иткәндер һәм төньяғыраҡ төбәктәрҙе лә биләп торғандыр. Беҙҙең эраға тиклем XXIV быуатта билдәһеҙ көнсығыш семит юлбашсыһы ихтилал күтәрә һәм Ки-Уриҙың үҙәге булған Киш (Шумер) ҡалаһын баҫып ала. «Ысын батша» тигән исемде алып, ул баш ҡаланы Аккаде ҡалаһына күсерә, тиҙҙән шумер ҡалаларын буйһондора һәм һәммәһен үҙәкләштерелгән Аккад батшалығына берләштерә. Ошо батшалыҡ барлыҡҡа килгәс, көнсығыш семиттарҙы аккадтар тип атау ҡабул ителә. Аккад теле батшалыҡтың рәсми теленә әүерелә; ошо ваҡыттан ул киң таралыу ала һәм яҙма тел буларағ үҫә башлай. Аккадтар һәм шумерҙаҙың үҙатамаһы бер төрлө булғас, үҙҙәрен бер-береһенән айырып ҡарамай һәм шумер халҡы семитлаша башлай. Батшалыҡ ҡолатылып, кутийҙар осоро башланғас, Шумер менән Аккад ерҙәре Урҙың III династияһы биләмәләренә индерелә. Урҙың III династияһының Шумер-Аккад батшалығы тарҡалғас, был ерҙәрҙе амориҙар баҫып ала һәм үҙ батшалыҡтарын булдыра. Беҙҙең эраға тиклем II мең йыллыҡта Түбәнге Месопотамияның Бабил тарафынан баҫып алыныуы уның берҙәм дәүләт эсенә индерелеүенә килтерә; был ерҙәрҙең элекке халҡы булған аккадтар, шумерҙарҙың ҡалдыҡтары һәм башҡалар бабилдар тигән бер этник дөйөмлөк эсенә инеп ирей.
Мәҙәниәте
үҙгәртергәАккадтарға шумер мәҙәниәтенең йоғонтоһо шул тиклем көслө була, хатта беҙҙең эраға тиклем III мең йыллыҡта Месопотамия мәҙәниәтендә аккад элементтарын айырып ҡарау мөмкин дә түгел. Көнсығыш семиттарҙың иртә осор тарихына ҡағылған яҙма сығанаҡтарҙың булмауы ла хәлде ҡатмарлаштыра. Күрәһең, аккадтарҙың Месопотамияға күскән ата-бабалары, шумер цивилизацияһына ҡушылып, үҙлеген юғалтҡандыр. Аккад илаһтары шумер илаһтары менән бутала, шумер илаһтарына аккад исемдәре бирелә (Инанна — Иштар, Энлиль — Эллиль һ.б.), шумер мифтары, гимндары, эпик хикәйәттәре аккад теленә тәржемә ителә. Беҙҙең эраға тиклем III мең йыллыҡта скульптураның «аккадса» тибы барлыҡҡа килә — уларҙың персонаждары оҙонсараҡ һәм зифараҡ буйлы була һәм тәпәш «шумер» скульптураһынан айырылып тора.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергәред. Дьяконов И. М. История Древнего Востока. Зарождение классовых обществ и первые очаги рабовладельческой цивилизации. — М.: Наука, 1983. — Т. 1. Месопотамия. — 534 с. — 25 050 экз.