Акимова Галина Николаевна
Акимова Галина Николаевна (1929 йыл—2013 йыл) — СССР һәм Рәсәй лингвисы, педагогы, филология фәндәре докторы (1973), профессор (1979). Санкт-Петербург дәүләт университетының Почетлы профессоры (2004).
Галина Николаевна Акимова | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Вафат көнө |
23 декабрь 2013 (84 йәш) |
Вафат урыны | |
Ил | |
Ғилми даирәһе | |
Эшләгән урыны | |
Альма-матер | |
Ғилми дәрәжәһе |
филология фәндәре докторы (1973) |
Ғилми исеме |
профессор (1979) |
Ғилми етәксеһе | |
Уҡыусылары | |
Биографияһы
үҙгәртергә1929 йылдың 10 июлендә Ленинградта тыуған.
1947—1952 йылдарҙа Ленинград дәүләт университетының филология факультетының рус теле һәм әҙәбиәте бүлегендә уҡый, 1952—1955 йылдарҙа был факультет янындағы аспирантурала уҡый. 1955 йылдан Ленинград дәүләт университетында филология факультетының рус теле кафедраһы ассистенты, доценты һәм профессоры вазифаларында педагогик эшмәкәрлек алып бара. Бер үк ваҡытта 1976—2001 йылдарҙа — Ленинград дәүләт университеты — Санкт Петербург дәүләт университеты аспирантураһы буйынса филология факультеты деканы урынбаҫары[1][2].
1955 йылда Г. Н. Акимова «Относительное подчинение в научной прозе М. В. Ломоносова» темаһы буйынса диссертация яҡлай һәм филология фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһе ала. 1973 йылда «Очерки по синтаксису языка М. В. Ломоносова» темаһы буйынса диссертация яҡлай һәм филология фәндәре докторы ғилми дәрәжәһе ала. 1961 йылда Юғары аттестация комиссияһы бойороғо менән доцент, 1979 йылда — рус теле кафедраһы буйынса профессор ғилми исеме бирелә. 2004 йылда уға Санкт-Петербург дәүләт университетының почетлы профессоры маҡтаулы исеме бирелә[1][2][3].
Фәнни-педагогик эшмәкәрлеге
үҙгәртергәГ. Н. Акимованың төп фәнни-педагогик эшмәкәрлеге филология өлкәһендәге мәсьәләләр менән бәйле. Санкт-Петербург дәүләт университетында «Ябай һөйләм төҙөлөшө», «Поэтик синтаксис» һәм «Синтаксис һәм стилистика» темалары буйынса лекциялар курсы уҡый[1]. СССР юғары һәм урта махсус мәғариф министрлығы ҡарамағындағы юғары филологик белем биреү буйынса комиссия ағзаһы (1979—1991). Санкт-Петербург дәүләт университетында һәм А. И. Герцен исемендәге Рәсәй дәүләт педагогия университетында рус теле буйынса диссертация советы ағзаһы. СПбДУ-ның филология факультетының ғалимдар советы ағзаһы[2].
Г. Н. Акимова 100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән: «Относительное подчинение в научной прозе М. В. Ломоносова» (Л.: 1955), «М. В. Ломоносов теленең синтаксисы буйынса очерктар» монографияһы (Л.: 1973), «Хәҙерге рус теленең структура динамикаһы» һәм «Хәҙерге рус теле синтаксик төҙөлөшөндә яңы күренештәр» (Л.: 1982), «Хәҙерге рус теленең синтаксисында яңылыҡ» (М. : 1990. — ISBN 5-06-000200-4), «Хәҙерге рус теле синтаксисы» дәреслеге (2013: ISBN 978-5-903549-10-8) авторы[4]. Уның етәкселегендә 46-нан ашыу кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертациялары яҡланған[2].
2013 йылдың 23 декабрендә Санкт-Петербургта вафат була.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 С. В. Вяткина, В. П. Казаков Памяти Галины Николаевны Акимовой(недоступная ссылка) / Журнал «Мир русского слова» // СПбГУ, СПб.: № 3: 2013. — С.114
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Профессор Галина Николаевна Акимова / С.-Петерб. гос. ун-т. Филол. фак.; [Редкол.: А. С. Герд (отв. ред.) и др.]. — СПб. : Изд-во С.-Петерб. ун-та, 1999. — 64 с. — ISBN 5-288-01704-2
- ↑ Профессора Санкт-Петербургского государственного университета : биобиблиографический словарь / сост. Г. А. Тишкин; авт. вступ. ст.: Л. А. Вербицкая, Г. А. Тишкин. — Санкт-Петербург : Санкт-Петербургский государственный университет, 2004. — 739 с.
- ↑ Акимова, Галина Николаевна . Дата обращения: 12 март 2021.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Профессора Санкт-Петербургского государственного университета : биобиблиографический словарь / сост. Г. А. Тишкин; авт. вступ. ст.: Л. А. Вербицкая, Г. А. Тишкин. — Санкт-Петербург : Санкт-Петербургский государственный университет, 2004. — 739 с.
- Профессор Галина Николаевна Акимова / С.-Петерб. гос. ун-т. Филол. фак.; [Редкол.: А. С. Герд (отв. ред.) и др.]. — СПб. : Изд-во С.-Петерб. ун-та, 1999. — 64 с. — ISBN 5-288-01704-2