Аквариум (океанариум, Стамбул)

«Аквариум» (төр. Istanbul Akvaryum — Аквариюм Истанбул) — Истамбулдағы ҙур океанариум. 2011 йылдың апрелендә асыла һәм Бөтә Донъя зоопарктар һәм аквариумдар ассоциацияһы ағзаһы булып тора. Флорье районында, Стамбулдың көньяҡ-көнбайыш яр буйында, Ататөрк исемендәге Халыҡ-ара аэропорттан 5 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Аквариум
Нигеҙләү датаһы 1 апрель 2011
Рәсем
Дәүләт  Төркиә
Административ-территориаль берәмек Бакыркёй[d]
Урын Шенликкёй[d]
Ойошма ағзаһы Всемирная ассоциация зоопарков и аквариумов[d][1]
Рәсми сайт istanbulakvaryum.com
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 8655
Карта
 Аквариум Викимилектә

Тасуирлама

үҙгәртергә

Аквариум 2003 йылда төҙөлә башлай[2], 2011 йылда төҙөлөп бөтә. Истанбул «Аквариумы» үҙенең күләме һәм балыҡ төрҙәренең күплеге арҡаһында донъя океанариумдары араһында алдынғы урынды биләй. Килеүселәр Ҡара диңгеҙҙән Тымыҡ океан йүнәлешендә һуҙылған ун алты тематик зонаны, шулай уҡ бер тропик урманды үҙ эсенә алған географик маршрут буйынса үтәләр. Аквариумдағы бөтә тере йән эйәләре уларҙың тәбиғи йәшәү мөхитен ҡабатлаған шарттарҙа тотолалар. Океанариум Projects OCEAN[3] халыҡ-ара компанияһы тарафынан эшләнгән.

Цифрҙарҙа.

үҙгәртергә
  • Һыу күләме: 6800 куб метр;
  • 100 гектар ерҙә дөйөм майҙаны 22 000 квадрат метр булған ике ҡатлы ҙур проект;
  • Парковка 32 000 квадрат метрҙан ашыу / 1200 транспорт сараһы өсөн;
  • Килеүселәр өсөн тематик бүлмәләр майҙаны — 6000 квадрат метр;
  • «Ҡара диңгеҙҙән» «Тымыҡ океанға» ҡарай сәйәхәт маршруты 1,2 км;
  • Яҡынса 1500 төр, дөйөм алғанда — 15 000[4] ҡоро ер һәм диңгеҙ йән эйәләре бар, улар бер-береһенән айырыла;
  • Майҙаны 470 квадрат метр булған сувенирҙар магазины;
  • Сәйәхәт маршруты буйынса 3 ашхана;
  • 1 ресторан, бер яҡтан имитацияланған «Панама каналы» күренеше, икенсе яҡтан диңгеҙ күренеше.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә