Айҙаркүл
Айҙаркүл — Үзбәкстандың төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә аҡмай торған ҙур күл, 4000 км2 майҙанлы Айҙар-Әрнәсәй күлдәр системаһында хасил булған яһалма һыуһаҡлағыс. Системаға өс тоҙло күл — Айҙаркүл үҙе, Әрнәсәй һәм Тоҙҡан инә. Күлдәр Ҡыҙылҡомдоң көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан.
Айҙаркүл | |
Илдәрҙә объекттың бассейны | Үзбәкстан |
---|---|
Дәүләт | Үзбәкстан[1] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 241 метр |
Оҙонлоҡ | 250 km |
Киңлек | 15 km |
Майҙан | 3000 км² |
Айҙаркүл Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәҮткән быуат уртаһына тиклем Әрнәсәй ҡыҫҡа ғына ваҡыт һыуы торған тоҙло күл булған. Эҫе ваҡытта ул ҡороп, тулыһынса юҡҡа сыға торған булған.
1960 йылдары башында Һырдарьяны быуып ҡуялар. Бер үк ваҡытта Шардар ГЭС-ы төҙөлә башлай. 1969 йылда бик ҙур ташҡын була, 1969 йылдың февраленән 1970 йылдың февраленәсә Һырдаръянан ағып төшкән һыуҙың бер йыллыҡ миҡдарына ҡарата 60 % (21 км3) Әрнәсәй үҙәненә ағыҙылған. Һөҙөмтәлә күл барлыҡҡа килә. 1969 йылдан Айҙаркүлгә даими рәүештә Һырдаръя һыуы ташҡан һайын, Шардар һыуһаҡлағысынан ағыҙып торола. Шул рәүешле Әрнәсәй тулып еткән һәм төбәктә ҙурлығы буйынса Арал диңгеҙенән ҡала икенсе урында торған күл хасил булған.
2005 йылда Айҙаркүлдә 44,3 км3 һыу булған. Хәҙер күлдең майҙаны яҡынса 3000 км2, оҙонлоғо 250 км, киңлеге 15 км-ға тиклем етә. Һыу минерализацияһы бары тик бер литрға 2 грамм (2 ‰).
Күлгә күп төрлө балыҡтар ебәреп үрсетәләр. Хәҙер хатта балыҡсылыҡ менән шөғөлләнә башлағандар. Йылына күлдәр системаһында 760-тан 2000 тоннаға тиклем балыҡ тоталар (1994-2001 йылдар статистикаһы).
Ҡыҙылҡом фаунаһын Арал диңгеҙе яғынан осоп килгән һыу ҡоштары]] байыта.
Айҙаркүл буйында 345 ғаилә (сама менән 1760 кеше) йәшәй.
Айҙаркүл төбәгенең балыҡсылыҡ, күсмә малсылыҡ, шулай уҡ туризм өсөн бик ҙур мөмкинлектәре бар. Бында АЭС төҙөлөүе лә ихтимал. Күл туңмай.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Айҙаркүл. Мәғлүмәт һәм фотоһүрәттәр (инг.)
- Айҙаркүл. Туристар өсөн мәғлүмәт (рус.)
- Айҙаркүлдең һоҡланғыс күренештәре (рус.)
- ↑ GEOnet Names Server — 2018.