Хәлимов Айрат Андалис улы

инженер‑механик. Техник фәндәр докторы, Өфө дәүләт нефть техник университеты доценты
(Айрат Хәлимов битенән йүнәлтелде)

Хәлимов Айрат Андалис улы (12 май 1970 йыл) — ғалим-инженер‑механик. 2007 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университеты доценты[1]. Техник фәндәр докторы (2009).

Хәлимов Айрат Андалис улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
 Башҡортостан Республикаhы
Тыуған көнө 12 май 1970({{padleft:1970|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (54 йәш)
Тыуған урыны Салауат, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө инженер, университет уҡытыусыһы
Эш урыны ӨДНТУ
Уҡыу йорто ӨДНТУ
Ғилми исеме доцент[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Айрат Андалис улы Хәлимов 1970 йылдың 12 майында Башҡорт АССР-ының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының) Салауат ҡалаһында тыуған. 1977—1985 йылдарҙа 18-се урта мәктәптә уҡый.

1985 йылда ғаиләләре Өфө ҡалаһына күсенә, Айрат уҡыуын 105-се гимназияның физика-математика класында дауам итә. 1987 йылда гимназияны тамамлағас, Өфө нефть институтына уҡырға инә. 1993 йылда вузды «Химическое машиностроение и аппаратостроение» һөнәре буйынса, «Почетный выпускник УГНТУ» тамғаһы менән бүләкләнеп, тамамлай[1].

1993—1996 йылдарҙа «Өфө нефть эшкәртеү заводы» акционерҙар йәмғиәтендә технологик насостар машинисы булып эшләй.

1996—1999 йылдарҙа Өфө дәүләт нефть техник университеты аспирантураһында көндөҙгө бүлектә уҡый.

1999 йылда «Технология ремонта конструктивных элементов нефтехимического оборудования из стали 15Х5М» темаһына «Машины и агрегаты нефтеперерабатывающих и химических производств» һөнәре буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай һәм «техник фәндәр кандидаты» ғилми дәрәжәһенә эйә була[2].

1999—2002 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы «Газ-Сервис» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең «Уфагаз» производство-техник бүлеге баш метрологы, аҙаҡ начальнигы[1].

2002—2007 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы «Газ-Сервис» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең «Уҡыу-эксперт үҙәге» баш инженеры. 2007 йылдан бөгөнгө көнгә тиклем Өфө дәүләт нефть техник университеты доценты. Бер үк ваҡытта «Технология, экспертиза һәм ышаныслылыҡ» ғилми‑техник үҙәгенең сифат бүлеге начальнигы[1].

2007 йылда «Йыл инженеры-2007» Бөтә Рәсәй конкурсының «Иретеп йәбештереү» номинацияһында еңеп сыға, «Рәсәйҙең профессиональ инженеры» исеме бирелә. 2009 йылда «Научные основы обеспечения безопасности эксплуатации нефтегазохимического оборудования из жаропрочных хромистых сталей» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[3].

2019 йылда Өфө дәүләт нефть техник университетының яңы ойошторолған «Технология, экспертиза һәм ышаныслылыҡ» кафедраһында эшләй башлай[1].

Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары: нефть-газ комплексының сәнәғәт һәм янғын хәүефһеҙлеге, төрлө төрҙәге материалдарҙың һәм иретеп йәбештерелгән берләшмәләрҙең механик-химик төрлөлөгө, хәүефле производство объекттарының техник торошон диагнозлау, нефть-газ-химик ҡорамал элементтарын иретеп йәбештереп ремонтлау технологияларын эшләү һәм ресурсын баһалау. Уның тарафынан 12 ҡулланма тармаҡ норматив-техник документтар эшләнә һәм ҡулланыуға индерелә. 130-ҙан күберәк фәнни хеҙмәте, шул иҫәптән 12 дәреслеге һәм фәнни-практик ҡулланмаһы, 11 уҡытыу-методик әсбабы баҫылып сыҡҡан[1].

Ғилми баҫмалары

үҙгәртергә
  1. Халимов А. А. Вопросы технологии сварки элементов трубопроводов из стали 15Х5М при ремонте // Проблемы нефтегазового комплекса России. Матер. научно-техн. конф. — Уфа: УГНТУ, 1995. — С. 23-33.
  2. Методика определения трещиностойкости сварных соединений из закаливающихся сталей. / P.С. Зайнуллин, А. А. Халимов, А. Г. Халимов. — Уфа: УГНТУ, 1996. — 27 с.
  3. Зайнуллин P.С., Халимов А. А. Особенности формирования остаточных напряжений при ремонте сваркой сосудов и аппаратов из стали 15Х5М под давлением // Проблемы машиноведения, конструкционных материалов и технологий. Матер. научно-техн. конф. — Уфа: УГНТУ, 1997. — С. 79-83.

Өҫтәлмә мәғлүмәт

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә