Азурит
Азури́т (франц. azur — баҡыр дигидроксодикарбонаты (II)|Cu3(СО3)2(ОН)2]] баҡыр зәңгәре, карбонаттар классына кереүсе минерал, малахит төркөмөндә. Баҡыр миҡдары 55,3%-ҡа тиклем. Ҡуйы зәңгәр төҫтә, быяла һамаҡ ялтыр. Ҡатылығы 3,5-4, ыуалыусан. Тығыҙлыгы 3,7-3,9 г/см3. Азурит кислоталарҙа эрей (углекислый газ бүленеп сыға). Ваҡ кристалларҙан торған друзалар, тоташ бөртөклө массалар рәүешендә була.
Азурит | |
---|---|
Эре кристаллы Ҡытай азуриты | |
Формула | Cu3(СО3)2(ОН)2 или (CuCO3)2•Cu(OH)2 |
Сингония | Моноклин |
Төҫө | асыҡ зәңгәр, ҡуйы зәңгәр, йәшкелт |
Һыҙат төҫө | шыйыҡ зәңгәр |
Ялтырауығы | быяла |
Үтә күренеүсәнлеге | яҡтылыҡ үткәрә, үтә күренмәүсән |
Ҡатылығы | 3,5 — 4 |
Йәбешеүсәнлеге | уртаса (100) |
Һыныусанлығы | мурт |
Тығыҙлығы | 3,5—4 г/см³ |
Башҡортостанда алтын-полиметалл һәм баҡыр колчеданы ятҡылыҡтарының окисланыу зонаһында осрай. Ҡимәтле баҡыр мәғдәне. Зәңгәр буяу эшләү өсөн сеймал булып тора.
Ҡыҙыҡлы факттар
үҙгәртергәИң ҙүр азурит киҫәге Нью-Йорк тәбиғәт музейында һаҡланы. Ул «Йырлаусы таш» тип атала. Аризона штаты «Коппер Куин» (ингл. Copper Queen) шахтаһында табылған минерал ауырлығы 4,5 тонна.
Фотографиялар
үҙгәртергә-
Азурит
-
Азуриттан яһалған минерал пигмент
-
Азурит кристалдары
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт энциклопедияһы(недоступная ссылка) (баш.)
- Татар энциклопедияһы 2013 йыл 7 декабрь архивланған.