Азатлыҡ статуяһы (Кольмар)

Нью-Йорктағы Азатлыҡ статуяһының күсермәһе

Кольмар. азатлыҡ статуяһы (франц. Statue Colmar de La à la Liberté)[1] — Нью-Йоркта ҡуйылған бөтә донъяға билдәле Азатлыҡ статуяһының күсермәһе. Францияла Кольмар ҡалаһының иҫтәлекле урындарының береһе[2].

Азатлыҡ статуяһы
Рәсем
Дәүләт  Франция
Административ-территориаль берәмек Кольмар
Тасуирлау биттәре musee-bartholdi.fr/la-st…
Карта
 Азатлыҡ статуяһы Викимилектә

Тарихы үҙгәртергә

Кольмар ҡалаһында Америкалағы Азатлыҡ статуяһының теүәл күсермәһе булған һын бар. Күсермәне булдырыу АҠШ-та ысын Азатлыҡ статуяһын төҙөгән скульптор Фрердерик Огюст Бартольди вафатының йөҙ йыллығына ярашлы була. Кольмар ҡалаһында был статуянан тыш скульптор иҫтәлегенә арналған тағы бик күп башҡалары ҡуйылған[2]. Бартольдиның тыуған ҡалаһы Кольмарҙа статуяны урынлаштырыу 2004 йылда ойошторола. Урынлаштырыу урыны булып ҡалаға төньяҡ инеү урыны һайлана. Кольмар мэры урынбаҫары Гилберт Мейер һәм ҡала советы вәкилдәре скульптор Бигель Паскаль (франц. Pascal Bigel) һәм Гийом Рошҡа (франц. Guillaume Roche) был һәйкәлдең күсермәһен булдырыу йөкмәтә. Статуяның күсермәһе 2004 йылдың 4 июлендә 12:15 сәғәттә асыла, тантанала Франция президенты Жак Ширактың ҡатыны була. Статуя өҫтөндә 7 рәссамдан торған команда эшләй, улар Гийом Рош оҫтаханаһында шөғөлләнә. Азатлыҡ статуяһын эшләү өсөн 9 ай һәм 12 000 эш сәғәте кәрәк була[1].

Кольмарҙағы Азатлыҡ статуяһының бейеклеге — 12 метр[2], ә уның әйләнәһе 10 метр биләй. Уның өсөн 2 тонна ыҫмала, 2 тонна ҡорос, 6 тонна гипс, 6 тонна балсыҡ ҡулланыла[1].

Азатлыҡ статуяһының бөтәһе өс күсермәһе бар, тағы икеһе Парижда урынлашҡан. Күләме буйынса төп нөсхәһенә ҡарағанда улар күпкә бәләкәй[3].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 La statue de la Liberté à Colmar. 2019 йыл 4 февраль архивланған. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «La statue de la Liberté à Colmar» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
  2. 2,0 2,1 2,2 Statue of liberty.
  3. География туризма, 2016

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Лукьянова Н.С. География туризма: туристские регионы мира и России. Практикум. 3-е издание. Учебное пособие. — Проспект, 2016. — 134 с. — ISBN 9785392213672.

Һылтанмалар үҙгәртергә