Азаматовтар

идара итеүҙең кантон системаһы осоро эшмәкәрҙәре

Азаматовтар — идара итеүҙең кантон системаһы осоро эшмәкәрҙәре. Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе (хәҙерге Ҡурған өлкәһе, Сафакүл районы) Атйетәр ауылы мишәрҙәренән.

Азаматовтар
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы

Дөйөм характеристика

үҙгәртергә

Азаматовтар араһынан иң билдәлеләре: Ихсан, 1772 йылда тыуған, 1-се мишәр кантоны начальнигы, 14-се класлы чиновник.

Уның улдары:

  • Шаһишәриф Азаматов 1797 йылда тыуған. 1-се мишәр кантоны начальнигы, 1835 йылдан — 5-се башҡорт кантоны начальнигы. 1810 йылда — урядник, 1815 йылда — зауряд-урядник, 1819 йылда зауряд—яҫаул итеп үрләтелә. Хорунжий (1837);
  • Мөхәмәтшәриф Азаматов 1800 йылда тыуған. Зауряд-сотник (1825). Хәрби хеҙмәттә — 1818 йылдан. 1832—1834 йылдарҙа һәм 1847 йылда — 1-се мишәр кантонының йорт старшинаһы. 1847 йылдан — кантон начальнигы ярҙамсыһы, 1851—1855 йылдарҙа — 6-сы башҡорт кантонының йорт старшинаһы;
  • Мирхәйҙәр Азаматов 1810 йылда тыуған. Зауряд-сотник (1853). 1836—1842 йылдарҙа начальник ярҙамсыһы, 1847 йылдан башта — 3-сө, 1851 йылдан алып 6-сы башҡорт кантоны начальнигы. Уға «Азаматов кантон» («Мирхәй кантон») башҡорт халыҡ йыры арналған;
  • Мөжәһит Азаматов 1815 йылда тыуған. Урядник (1835). 1832 йылдан алып кантон писаре вазифаһын башҡара. 1836 йылдан 1-се мишәр кантоны начальнигы ярҙамсыһы. 1831 йылда зауряд-хорунжий чины бирелә.

Һылтанмалар

үҙгәртергә