Аждаһа тауҙары
Аждаһа тауҙары(ингл. Drakensberg, африк. Drakensberge, зулу uKhahlamba , сесото Maluti йәки Maloti , рус. Драконовы горы[2]) — Көньяҡ Африка Республикаһы, Лесото һәм Эсватини биләмәләрендә урынлашҡан тау системаһы. Иң юғары нөктәһе — Тхабана-Нтленьяна тауы (3482 м) Лесотола урынлашҡан.
Аждаһа тауҙары | |
---|---|
ингл. Drakensberg, африк. Drakensberge, зулу uKhahlamba, сесото Maluti или Maloti | |
Характеристикалар | |
Майҙаны | 402 418 км² |
Оҙонлоғо | 1169 км |
Киңлеге | 732 км |
Бейек нөктәһе | |
Иң бейек түбәһе | Тхабана-Нтленьяна |
Бейек нөктәһе | 3482[1] м |
Урынлашыуы | |
27°26′ ю. ш. 29°55′ в. д.HGЯO | |
Аждаһа тауҙары Викимилектә |
ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы, объект № 985 рус. • англ. • фр. |
Тасуирлама
үҙгәртергәАждаһа тауҙарында табылған файҙалы ҡаҙылмалар: платина, марганец рудалары, алтын, таш күмер, аҡ ҡурғаш рудалары һәм башҡалар.
Тауҙарҙың күп төрлө үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы шулай уҡ эндемик йәки һирәк осраған төрҙәр менән күрһәтелгән.
Тауҙарҙың күп өлөшө Дракенсберг паркына индерелгән, был парк ЮНЕСКО Бөтә Донъя мираҫының тәбиғи объекты булып тора[3].
Төбәк ҡәбиләләренең телендә был тауҙар Кватхламба (зулу uKhahlamba ) тип атала, ул «ҡаялы урын», «ҡаялар өйөмө» тип аңлатыла. Барыу юлы ҡыйын булғаны өсөн аҡ колонизаторҙар — бур халҡы был тауҙарҙы аждаһа йәки африк. Drakensberge тип атайҙар.
Көнсығыш һәм көнбайыш битләүҙәренең климаты һәм үҫемлектәре бер ни тиклем айырыла. Көнсығыш битләүҙәрҙә мул (башлыса йәйге) ямғырҙар яуа (йылына 2000 мм); ә көнбайыш битләүҙәре ҡоро һәм ҡырҡа континенталь климатҡа эйә. Ҡышын тау баштарында ҡар яуа.
Көнсығыш битләүҙәре 1200 метрға тиклем мәңге йәшел япраҡлы һәм ылыҫлы ағаслы тропик «ямғырлы» урмандар, 1200—1500 метрҙан 2000 метрғә ҡәҙәр — сәнскеле ҡыуаҡлыҡтар, ксерофиттар һәм суккуленттар (акация, алоэ), юғарыраҡ — тау болондары һәм таш ишелмәләре менән ҡапланған. Көнбайыш битләүҙәрҙен урмандар урынына саванналар һәм ҡыуаҡлыҡтар биләй.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Peakbagger.com
- ↑ Словарь географических названий зарубежных стран / отв. редактор А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М.: Недра, 1986. — С. 118.
- ↑ UNESCO World Heritage. Drakensberg Park
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Драконовые горы // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Һлтанмалар
үҙгәртергә- Peakware.com 2016 йыл 27 сентябрь архивланған.
- KZN Drakensberg Homepage 2021 йыл 23 март архивланған. — Official Website for the KwaZulu Natal Drakensberg.
- Cathkin Estates Conservation and Wildlife Sanctuary 2010 йыл 9 сентябрь архивланған. — the largest privately owned game park in the Drakensberg. (недоступная ссылка — история)
- Nature — Drakensberg: Barrier of Spears — PBS Nature episode covering the eland (largest member of antelope family) of the Drakensberg.
- Drakensberg alti-montane grasslands and woodlands ecoregion report 2009 йыл 13 октябрь архивланған.
- Drakensberg hiking trails 2018 йыл 28 август архивланған.