Аджапсандали
Аджапсанда́ли (груз. აჯაფსანდალი) йәки аджапсандал[1] (әзерб. əcəbsəndəl, әрм. աջափսանդալ), аджапсанда (үзб. ajabsanda) — кавказ (Грузин, Абхаз, Әзербайжан, Әрмән) аш-һыуы блюдоһы[1].
Атаманың килеп сығышы
үҙгәртергә- төрки теленән тәржемә иткәндә «һин ниндәй һоҡланғыс» мәғәнәһен аңлата тигән фаразлау бар[2]. Әммә был гипотеза раҫланмаған.
Рецебы
үҙгәртергәӘҙерләү өсөн мотлаҡ кәрәк ингредиенттар: баклажан, помидор, татлы борос, башлы һуған, һарымһаҡ, бер шәлкем кинза, базилик, үҫемлек майы, тоҙ, тәменсә борос алына. Ҡайһы бер осраҡтарҙа картуф менән әсе борос та өҫтәлә. Был блюдо төрлө атамалар аҫтында кавказ һәм бик күп төрки халыҡтарҙың аш-һыуында файҙаланыла. Болгария һәм Төркиәлә аджапсандалиға оҡшаш «имамбаялды» (туранан -тура тәржемә иткәндә: «имам иҫтән яҙып ҡоланы» мәғәнәһендә) блюдоһы бар. Уның Европалағы аналогы — Рататуй. Нисек кенә булһа ла был блюдоны әҙерләү өсөн эре булмаған баклажан һәм уға ҡушылған иҫкермәгән продукттар файҙаланыла.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Андрей Бугайский. Бинарный снаряд из овощей. // журнал BBQ.
- ↑ Ажабсанда — Ты восхитительна! / Gurmaniya.uz — сообщество гурманов 2016 йыл 3 март архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Аджапсандали, грузинское овощное блюдо 2011 йыл 11 сентябрь архивланған.
- Аджапсандали(недоступная ссылка)
- Аджапсандали — вегетарианское блюдо грузинской кухни, рецепт 2014 йыл 26 март архивланған.
- Аджапсандали 2011 йыл 19 август архивланған.
- Аджапсандали — рецепт
- Аджапсандали 2017 йыл 22 май архивланған.
- Грузинская кухня 2018 йыл 2 ноябрь архивланған.