Агафья — урыҫ яҙыусыһы Антон Павлович Чехов хикәйәһе. 1886 йылда яҙылған, шул йылдың 28 мартында «Новое время» гәзитендә баҫылған. Чехов тере саҡта серб-хорват, словак һәм чех телдәренә тәржемә ителгән.

Агафья
Жанр

хикәйә

Автор

Антон Павлович Чехов

Төп нөхсә теле

урыҫ

Ижат ителгән ваҡыты

1886

Тәүге тапғып нәшер ителгән

1886 йылдың 28 мартында

«Агафья» хикәйәһе беренсе тапҡыр 1886 йылдың 28 (иҫке стиль буйынса 15) мартында «Новое время» гәзитендә («Субботники» № 3607 бүлегендә) баҫылып сыға. Ҡыҫҡартылған варианты (лирик сигенеүҙәр алып ташланған) «В сумерках»[1] йыйынтығында сыҡҡан. Һуңыраҡ Чехов хикәйәһен Адольф Маркс 1899—1901 йылдарҙа[2] баҫтырған әҫәрҙәр йыйынтығының өсөнсө томына индергән.

Савка исемле, ҙур физик көскә эйә, ялҡау, йәш кешенең бик сәйер ғәҙәте була, шуға күрә ул ауылдағы ирҙәр араһында мөртәт булып һанала. Уның сәйерлеге шунан ғибәрәт: «Ул бер ҙә ҡымшанмайынса сәғәттәр буйына бер урында, бер нөктәгә ҡарап тора. Йүгергән этте тоторға, берәй ҡатындың башынан яулығын тартып алырға, киң соҡорҙо аша һикереп сығырға һәм ниндәйҙер бик тиҙ генә йылдам хәрәкәт яһарға кәрәк булғанда ғына ул урынынан бик тиҙ ҡуҙғалған».

Ҡатындар Савканы йәлләп төндәрен уға ашарға килтерә һәм романтик әңгәмәләшә. Тимер юл сигналсыһы Яковтың ҡатыны, йәш кенә Агафья ла, ирен асуыландырыуҙан ҡурҡып ҡына, Савканы ашатып йөрөй.

Хикәйә автор исеменән бәйән ителә.

Публицист Николай Михайловский «Агафья» хикәйәһенең финалы өсөн Чеховты үҙ геройҙарына битараф ҡалыуҙа битәрләй. Әҙәби тәнҡитсе В. П. Буренин ошоға иғтибар итә: «Тәнҡит шуны талап итә: автор мотлаҡ асыҡларға тейеш — Савка янынан ҡайтҡан Агафьяны ире нисек ҡаршылай: „ үлтерҙеме уны, туҡманымы, әрләнеме, ғәфү иттеме?“/ Һис шикһеҙ, тәнҡит хәҙерге реализм зауығы буйынса ир менән ҡатындың талашыуын йәки ярашыуын теләй…»[3].

Хикәйәнең драматик элементтарын В. Л. Кигн[4] һәм К. Ф. Головин (Орловский)[5] билдәләп үтә.

  • Чехов А. П. Агафья // Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.
  • «Наблюдатель», 1887, № 12, стр. 69.
  • «Вестник Европы», 1887, № 12, стр. 773.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Рассказ Агафья 2017 йыл 8 май архивланған.
  2. Полоцкий Е. А. Комментарии к рассказу Агафья. Собрание сочинений С. П. Чехова в 12 томах. Худож. литература. Москва, 1960. т. 4, стр. 534
  3. «Новое время», 1887, № 4157, 25 сентября
  4. «Книжки Недели», 1891, май, стр. 201
  5. «Русский роман и русское общество». СПб., 1897, стр. 455

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Агафья. Оригинальный русский текст в Lib.ru
  • Агафья, перевод на английский язык