Ага́ва (лат. Agáve) — агавалар ғаиләһенән үҫемлектәр ырыуы. ғүмерендә бер ҡабат сәскә ата һәм емештәре өлгөргәндән һуң ҡорой торған йылы яҡ үҫемлеге[4])
Күп йыллыҡ япраҡлы суккуленттар(япраҡ һәм һабаҡтары дымға бай булған, ҡоролоҡҡа сыҙамлы үҫемлектәр: алоэ, кактустар[5]). Мексикала һәм Үҙәк Американың башҡа райондарында 300 ләп төрө һәм баҡса формалары үҫә.
Күпселек агавуның япраҡтары тамыр тирәләй тупланған, тығыҙ, итләс һәм сәнскеле. Үҫеү дәүеренең 6-15 йылында күп сәскәле һабаҡ хасил итеп сәскә ата. Монокарпик (бер мәртәбә сәскә атыусы) төрҙәре бар. Тамырса үрентеләренән үрсетелә. Яҡтылыҡ яратыусан үҫемлек. Тыуған ерендә агаваның ҡайһы бер төрҙәрен туҡыу һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә сеймал булараҡ файҙаланалар. Сәскәләренән һәм сәскә һабаҡтарынан иҫерткес эсемлек (пульке) яһайҙар. Әкрен үҫеүсе ҡайһы бер төрҙәре декоратив бүлмә гөлө булараҡ үрсетелә.
Агаваның йыш осорай торған төрҙәре: Мексика агаваһы (A. mexicana), Америка агаваһы (A. americana), сүсле агава (А.filifera). Айырыуса матур, әмма һирәк осорай торған агавалар — королева Виктория (A.Victoriae — reginae Moore) һәм король Фердинанд агаваһы (A. ferdinandi regis Bgr.).