Австриялы Карл Йозеф
Австриялы Карл Йозеф (нем. Karl Joseph von Österreich; 7 август 1649 йыл, Вена — 27 ғинуар 1664 йыл, Линц) — Австрия эрцгерцогы, Оломоуц, Пассау епископы һәм Вроцлав архиепископы, 47-се Тевтон орденының бөйөк магистры.
Биографияһы
үҙгәртергәИзге Рим империяһының императоры Фердинанд III һәм Австрия эрцгерцогиняһы Мария Леопольдинаның улы. 13 йәшендә ул Оломоуц һәм Пассауҙың епископы булып һаналған. Олатаһы Австриялы Леопольд Вильгельм 1662 йылда үлгәндән һуң ул бик күп сәнғәт әҫәрҙәренең вариҫы булып ҡалып, Тевтон орденының бөйөк магистры исемен алған, ә 1663 йылдың 23 февралендә Карл III исеме аҫтында Вроцлавтың архиепископы булып тәғәйенләнгән. Карлға был исемде Рим папаһы Александр VII биргән булған.
Карл бик йәш көйө үлгәнгә күрә (ул 15 йәшендә вафат булған), епископ булып эшләй алмаған. Ул үҙҙәренең Габсбург ғаилә ҡәберлегендә Венаның Капуцинеркирха зыяратында ерләнгән.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- А встриялы Карлдың портреты