Австрияла ислам
Ислам дине Автрияла христиан диненән ҡала дингә ышаныусыларҙың һаны буйынса икенсе урында тора. 2010 йылдың баһаларына ярашлы, Австрия халҡының дөйөм һанынан яҡынса 7,0 % ислам динен тота[1]. Күпселек мосолмандар Австрияла сунниттар[2]. Австрияға күпселек мосолмандар 1960 йылда Төркиәнән, Босния һәм Герцеговинанан килә. Шулай уҡ пакистан һәм ғәрәп сығышлы общиналар ҙа бар.
Австрияла ислам | |
Дәүләт | Австрия |
---|---|
Австрияла ислам Викимилектә |
Мосолмандарҙың иң күп өлөшө сәнәғәт үҫешкән көнбайыш Форарльберг ерендә (8,36 %) йәшәй. Унан ҡала илдең баш ҡалаһы Венала 7,82 процент тәшкил итә. Зальцбург, Үрге Австрия, Тироль һәм Түбәнге Австрияла мосолман халҡы уртаса кимәлдә. Көньяҡ-көнсығыш ерҙәре Штирия, Каринтия, шулай уҡ Бургенландта мосолмандар ил буйынса иң түбән процентты күрһәтә. Австрияның 300 әхмәдиттәренең яҡынса өстән бер өлөшө Венала йәшәй.
Австрия көнбайыш Европа илдәре араһында уникаль булып тора, сөнки ул мосолмандарға танылған дини община статусы бирә. Был 1878 йылғы Босния һәм Герцеговинаны австро-венгрия оккупацияһы ваҡыттарына барып тоташа. Австрия мосолман общинаһының дини азатлығын 1912 йылда («Anerkennungsgesetz») «таныу акты менән» көйләй, һәм ошоно эшләгән беренсе көнбайыш Европа иле була. 1918 йылда Австро-Венгрия монархияһы тарҡалғандан һуң, был закон әһәмиәтен юғалта, тик 1979 йылда ғына Австрияла Ислам дини ойошмаһына нигеҙ һалына. Был ойошма дәүләт белем биреү мәктәптәрендә дин дәрестәрен биреү хоҡуғына эйә. Шулай уҡ ул зәҡәт йыйыу хоҡуғына эйә, тик әлегә община Австрияла мәсеттәрҙе төҙөү, финанслау һәм мәсеттәр менән етәкселек итеү өсөн был өҫтөнлөктәр менән файҙаланмай. 2013 йылда Австрияның алевит общинаһы танылған дини берләшмә статусын ала[3].
Ислам дини төркөмөндә параллель структуралар бар. Дини тормош төрөк, босния һәм ғәрәп мосолмандарының ойошмаларына ҡараған мәсеттәрҙә үтә. Төрөк ойошмалары иҫәбендә, «Төрөк-ислам берләшмәһенең федерацияһы» дин эштәре буйынса идаралыҡ тарафынан көйләнә, шул уҡ ваҡытта «Сулеймания» һәм «Милли Фекер» кеүек башҡа ойошмалар, Германиялағы үҙәге менән дөйөм европа ойошмаһының тармаҡтары булып һанала.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ How many Muslims live in Austria
- ↑ Islam in Österreich 2014 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Anerkennung der Anhänger der Islamischen Alevitischen Glaubensgemeinschaft als Religionsgesellschaft (билдәһеҙ). Legal Information System of the Republic of Austria (22 май 2013). Дата обращения: 24 май 2013.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Abid, Lise Jamila (August 2006). «Muslims in Austria: Integration through Participation in Austrian Society». Journal of Muslim Minority Affairs 26 (2): 263–278. DOI:10.1080/13602000600937770.
- Kroissenbrunner, Sabine (July 2003). «Islam and Muslim Immigrants in Austria: Socio-Political Networks and Muslim Leadership of Turkish Immigrants». Immigrants and Minorities 22 (2-3): 188–207. DOI:10.1080/0261928042000244826.
- Study for Bundesministerium des Innern: Perspektiven und Herausforderungen in der Integration muslimischer MitbürgerInnen in Österreich, Mathias Rohe, Universität Erlangen. May 2006 (summary by MilitantIslamMonitor.Org: Radical Islam in Europe: Austrian government study concludes 45 % of Muslims unwilling to integrate)
- Anna Strobel: Unique Legal Status - Muslims in Austria From: Herder Korrespondenz, 2006/4, P. 200-2004
- Census 2001: Population 2001 according to religious affiliation, languages, origin and nationality