Австралия (ҡитға)
Австралия (лат. australis — «көньяҡ» һүҙенән килә) — Көнсығыш һәм көньяҡ ярымшарҙарҙа урынлашҡан ҡитға. Бөтә материк Австралия Союзы дәүләтенең төп өлөшө булып тора. Материк Австралия һәм Океания тигән донъя киҫәгенә ҡарай.
Географик урыны
үҙгәртергәАвстралия — 7 659 861 кв. км майҙанлы Көньяҡ ярымшарҙағы материк[1]. Ҡитғаның төньяҡтан көньяҡҡа оҙонлоғо — 2700 км, көнбайыштан көнсығышҡа оҙонлоғо — 4000 км [2] , яр буйы оҙонлоғо (утрауҙарһыҙ) — 35 877 км[3]. Төньяҡ һәм көнсығыш яр буйҙарын Тымыҡ океан диңгеҙҙәре: Афур диңгеҙе, Коралл диңгеҙе, Тасман диңгеҙе, көнбайыш һәм көньяғын Һинд океаны йыуа. Австралия янында Яңы Гвинея һәм Тасмания эре диңгеҙ утрауҙары урынлашҡан. Австралияның төньяҡ-көнсығыш яры буйлап 2000 км-ҙан артыҡ оҙонлоҡта донъялағы иң ҙур мәрйен рифтары — Бөйөк Кәртә рифы урынлашҡан.
Австралияның иң ситтәге нөктәләре:
Австралияның көнсығыш нөктәһе — Байрон мороно (28°38′15″ ю. ш. 153°38′14″ в. д.HGЯO),
Австралияның көнбайыш нөктәһе — Стип-Пойнт мороно (26°09′05″ ю. ш. 113°09′18″ в. д.HGЯO),
Австралияның төньяҡ нөктәһе — Йорк (Австралия) мороно (10°41′21″ ю. ш. 142°31′50″ в. д.HGЯO),
Австралияның көньяҡ нөктәһе — Саут-Пойнт мороно (39°08′20″ ю. ш. 146°22′26″ в. д.HGЯO) ( Тасмания утрауын континент өлөшө тип ҡараған саҡта — Саут-Ист-Кейп мороно 43°38′40″ ю. ш. 146°49′30″ в. д.HGЯO).[2]
Рельефы
үҙгәртергәКүпселеген тигеҙлек тәшкил итә. 95% ер өҫтө диңгеҙ өҫтө бейеклегенән 600 м-ҙан артмай. Көнбайыш Австралия яҫытаулығының уртаса бейеклеге 400 — 500 м, ситтәре ҡалҡыуыраҡ. Көнсығышта Масгрев тауы (иң бейек нөктәһе — Вудровв тауы, 1440 м) һәм Мак-Доннелл һырты (иң бейек нөктәһе — Зил тауы, 1511 м).
Геологик төҙөлөшө
үҙгәртергәҠитғаның геологик төҙөлөшө нигеҙендә көньяҡ ярымшарҙағы Годвана материгы өлөшө булған боронғо Австралия платформаһы ята.
Австралия континенты Көньяҡ ярымшарҙағы өс төп йылы климат бүлкәтендә урынлашҡан: субэкваториаль (төньяғы), тропик (үҙәк өлөшө), субтропик (көньяғы). Тик Тасмания утрауының ҙур булмаған өлөшө уртаса климат бүлкәтендә урынлашҡан.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Area of Australia - States and Territories (ингл.). Geoscience Australia. Дата обращения: 19 ғинуар 2009. 2010 йыл 2 июль архивланған.
- ↑ 2,0 2,1 Continental Extremities (ингл.). Geoscience Australia. Дата обращения: 19 ғинуар 2009. 2008 йыл 22 декабрь архивланған.
- ↑ Coastline Lengths (ингл.). Geoscience Australia. Дата обращения: 19 ғинуар 2009. 2009 йыл 18 июнь архивланған.