Абрамово (археология объекты)

Абрамово — ҡаласыҡ һәм ҡурғанлы ҡәберлектәр, Витебск өлкәһенең Үрге Двина районы Абрамово ауылы эргәһендә табылған [1][2]. Ҡаласыҡ һәм ҡәберлектәр Беларусь Республикаһының тарихи-мәҙәни ҡиммәттәре исемлегенә индерелгән[3].

Абрамово
Дәүләт  Беларусь
Административ-территориаль берәмек Абрамово[d]
Мираҫ статусы государственный список историко-культурных ценностей Республики Беларусь[d]

Ҡаласыҡ ауылдан көньяҡ-көнбайышҡа ҡарай 2,3 км алыҫлыҡта (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, көньяҡ-көнсығышта[4]) ҡалҡыулыҡта урманда, Городец тәбиғи сигендә урынлашҡан. 1966 йылда К.П. Шут майҙандың 150 м² көньяҡ өлөшөн тикшерә (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 120м² ), ғалим шулай уҡ валдарҙы уйып ҡарай (һары ҡомдан уларҙың бер иш составы табыла[5]). 1979 йыл ҡаласыҡты В.И. Шадыро өйрәнә[1][2][4].

Түңәрәк майҙансыҡтан ғибәрәт, овал формала, диаметры метр 37—38[Комм 1] һәм бейеклеге 5-6 м. Ҡатламдың тәрәнлеге 0,8—1,2 м тәшкил итә. Оборона системаһын 2,5 м бейеклектәге өс түңәрәк вал һәм 2,5 м (йәки 3 м тиклем) соҡорҙар тәшкил итә[5])[Комм 2]. Инеү урыны төньяҡта урынлашҡан, шуның өсөн соҡорҙар һирәгәйтелгән. Оборона ҡоролмаларының ҡарайған бүрәнәләренән тыш, археологтар бағана консрукцияларының ер өҫтө ҡаралтылары ҡалдыҡтарын таба. Табылдыҡтар иҫәбенә шулай уҡ ауыл фрагменттары, таш игенҡырғыстыр, тимер уҡ башаҡтары, беҙҙәр, бер нисә һөйәк әйберҙәр инә. Һауыт-һаба башлыса әүәләп яһалған банка формаһында, шулай уҡ селтәр биҙәкле һәм нәҙек һыҙыҡтар менән һауыт-һаба фрагменттары ла табылған[1][2][6]. Йорт хайуандарының ҡырағай хайуандар һөйәктәренә ҡарата нисбәте 66,6 % тәшкил итә. 6 заттың 46 һөйәге табылған, шуларҙың яртыһын аттар, ә ҡалған өлөшөн эре мөгөҙлө мал тәшкил итә. Ҡырағай хайуандарҙан һөйәктәрҙең яртыһы мышыларға, икенсе өлөшө ҡабанға ҡарай[7]. Ҡаласыҡ Днепр-двина мәҙәниәтенә ҡарай, ошоға бәйле археологтар уны I—IV быуаттар менән билдәләй[1] (башҡа фараздар буйынса, беҙҙең эраға тиклем V быуат э. — Беҙҙең эраның IV быуаты[4]).

Убалы ҡәберлектәр

үҙгәртергә

Убалы ҡәберлек -1

үҙгәртергә

Был убалы ҡәберлек ҡаласыҡтан төньяҡҡа табан 0,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан[Комм 3]. Ҡәберлек 5—7 м диаметрлы 1 м бейеклектәге 32 өйөмдән тора. Объектты 1966 йылда К.П. Шут таба. 1974—1975 йылдарҙа З.М. Сергеева 4 ҡурғанды өйрәнә. Ерләү йолаһы сифатында горизонтта мәйетте яндырыу ҡулланыла. Тикшереүҙәр ваҡытында IX—X көршәк һауыты фрагменттары табыла. Ҡәбер кривичтарға ҡарай[8][9][10].

Убалы ҡәберлеҡ-2

үҙгәртергә

Был ҡәберлек ауылдан көнбайышҡа табан 0,6 км алыҫлыҡта, Полоцк — Освея шоссеһы менән йәнәш урынлашҡан[Комм 4]. Ҡәберлек 3-4 метр диаметрҙа 0,5—1 м бейеклегендәге 40-тан ашыу өйөмдән тора. Объектты 1966 йылда К.П. Шут таба. 1974—1975 йылдарҙа 9 ҡурғанды М.З. Сергеева өйрәнә. Ерләү йолаһы сифатында уба соҡорҙарына мәйетте башын көнбайыш яҡҡа ҡаратып һалыу юлы ҡулланылған. Яңғыҙ ерләүҙәр менән бер рәттән парлы ерләүҙәр ҙә осрай. Тикшеренеүҙәр ваҡытында көршәк һауыт-һаба (һыҙыҡлы орнаменттар һәм орнаментһыҙ), браслет рәүешле сикә балдаҡтары, бормалы һәм киң урталы йөҙөктәр, көмөш һәм алтын ялатылған мунсаҡтар табылған. Кривичтарға ҡараған был ҡәберлек XI—XII быуаттар менән даталана[8][9][10].

Ҡомартҡыларҙың ҡаҙыу эштәре материалдары 1985 йылда БССР Тарих институтында һәм СССР Археология институтында һаҡланған[4].

Комментарийҙар

үҙгәртергә
  1. По другим данным, размер площадки составляет 40×35 м. См.: Шадыра В. І. Абрамава // Энцыклапедыя гісторыі Беларусі / рэдкал.: М. В. Біч (галоўны рэд.) і інш. — Мн.: БелЭн, 1993. — Т. 1. А— Беліца. — С. 18. — 494 с. — ISBN 5-85700-074-2.
  2. По другим данным, подковообразные валы имели высоту 2,3 м, и их было два. Рвы имели глубину до 2, 4 м. См.: Ісаенка У. Ф. Абрамава. Гарадзішча, курганныя могільнікі // Збор помнікаў гісторыі і культуры Беларусі. Віцебская вобласць. — Мн.: БелСЭ, 1985. — С. 161. — 496 с. — 8000 экз.
  3. Иногда данный могильник рассматривается как курганный могильник-2. См.: Ісаенка У. Ф. Абрамава. Гарадзішча, курганныя могільнікі // Збор помнікаў гісторыі і культуры Беларусі. Віцебская вобласць. — Мн.: БелСЭ, 1985. — С. 161. — 496 с. — 8000 экз.
  4. Иногда данный могильник рассматривается как курганный могильник-1. См.: Ісаенка У. Ф. Абрамава. Гарадзішча, курганныя могільнікі // Збор помнікаў гісторыі і культуры Беларусі. Віцебская вобласць. — Мн.: БелСЭ, 1985. — С. 161. — 496 с. — 8000 экз.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Археалогія Беларусі: У 4 т. / Пад рэд. В. І. Шадыры, В. С. Вяргей. — Мн.: Беларуская навука, 1999. — Т. 2. Жалезны і ранняе сярэднявечча. — 502 с. — ISBN 985-08-0089-5.
  • Дзяржаўны спіс гісторыка-культурных каштоўнасцей Рэспублікі Беларусь / Склад.: В. Я. Абламскі, І. М. Чарняўскі, Ю. А. Барысюк. — Мн.: БЕЛТА, 2009. — 684 с. — ISBN 978-985-6828-35-8.
  • Ісаенка У. Ф. Абрамава. Гарадзішча, курганныя могільнікі // Збор помнікаў гісторыі і культуры Беларусі. Віцебская вобласць. — Мн.: БелСЭ, 1985. — С. 161. — 496 с. — 8000 экз.
  • Шадыра В. І. Абрамава // Археалогія Беларусі: энцыклапедыя / рэдкал.: Т. У. Бялова (гал. рэд.) [і інш.]. — Мн.: Беларус. Энцыклап. імя П. Броўкі, 2009. — Т. 1. А—К. — С. 13—14. — 496 с. — ISBN 978-985-11-0354-2.
  • Шадыра В. І. Абрамава // Энцыклапедыя гісторыі Беларусі / рэдкал.: М. В. Біч (галоўны рэд.) і інш. — Мн.: БелЭн, 1993. — Т. 1. А— Беліца. — С. 18. — 494 с. — ISBN 5-85700-074-2.

Тәҡдим ителгән әҙәбиәт

үҙгәртергә

Урыҫ телендә

үҙгәртергә
  • Сергеева З. М. Раскопки курганов на северо-западе Витебской области // Археологические открытия 1974 г. / Отв. ред. Б. А. Рыбаков. — М.: Наука, 1975. — 579 с.
  • Сергеева З. М., Савицкий М. Г. Работы на Освейщине // Археологические открытия 1974 г. / Отв. ред. Б. А. Рыбаков. — М.: Наука, 1975. — 579 с.
  • Шадыро В. И. Ранний железный век северной Белоруссии / Под ред. А. Г. Митрофанова. — Мн.: Наука и техника, 1985. — 123 с.
  • Шут К. П. Городища эпохи раннего железа на северо-западе Белоруссии // Доклады к XI конференции молодых ученых Белорусской ССР (ноябрь 1967 г.) / Редкол.: Н. Е. Завалеев и др.. — Мн., 1967. — С. 406—424. — 444 с.

Белорус телендә

үҙгәртергә
  • Шадыра В. І. Беларускае Падзвінне: І тысячагоддзе н. э. / Навук. рэд. Г. В. Штыхаў. — Мн.: Інстытут гісторыі НАН Беларусі, 2006. — 148 с.