Абрамзон Леонид Семёнович

Абрамзон Леонид Семёнович (21 февраль 1934 йыл25 ноябрь 1986 йыл) — СССР-ҙың ғалим-инженер-механигы. Техник фәндәре докторы (1985).

Леонид Семёнович Абрамзон
Тыуған көнө

21 февраль 1934({{padleft:1934|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})

Тыуған урыны

Харьков, УССР, СССР

Вафат көнө

25 ноябрь 1986({{padleft:1986|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (52 йәш)

Вафат урыны

Өфө

Ғилми даирәһе

нефть

Эшләгән урыны

Башҡортостан нефть эшкәртеү ҒТИ
Өфө нефть институты

Альма-матер

И.М.Губкин исемендәге Мәскәү нефть институты

Ғилми дәрәжәһе

техник фәндәр докторы

Тышҡы һүрәттәр
Леонид Абрамзон

Биографияһы

үҙгәртергә

Леонид Семёнович Абрамзон 1934 йылдың 21 февралендә Украина ССР-ының Харьков ҡалаһында тыуа.

1957 йылда Мәскәүҙә И. М. Губкин исемендәге нефть институтын тамамлай.

Шул йылдан алып 1971 йылға тиклем Леонид Семёнович Башҡортостан нефть эшкәртеү ғилми тикшеренеүҙәр институтында эшләй.

1971—1986 йылдарҙа ул Өфө нефть институтының «Гидравлика һәм гидромашиналар» кафедраһы уҡытыусыһы булып эшләй.

1985 йылда Леонид Семёновичҡа Техник фәндәр докторы исеме бирелә.

Леонид Абрамзондың ғилми эшмәкәрлеге үҙле һәм ҡатыусан нефть һәм нефть продукттарын ҡыуыу гидромеханикаһына, йылылыҡ алмашыныу мәсьәләләрен тикшереүгә, шуларҙы йөрөтөү һәм һаҡлауҙың иң ҡулай технологияларын уйлап табыуға бағышланған.

140‑тан ашыу ғилми хеҙмәт (шулар араһында 6 монография) һәм 5 уйлап табыу авторы.

Ғилми хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Эжекторная выкачка нефтепродуктов с высокой упругостью паров. Мәскәү, 1961 (авторҙ.)
  • Трубопроводный транспорт высоковязких и высокозастывающих нефтей. Мәскәү, 1968 (авторҙ.)
  • Динамика вязкой несжимаемой жидкости. Расчёт простых и сложных трубопроводов. Өфө, 1980 (авторҙ.)

Һылтанмалар

үҙгәртергә