«Абзелил» (Әбйәлил) — ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Осҡон» редакция-нәшриәт комплексы дәүләт-унитар предприятиеһы.

«Абзелил»
Тип

ижтимағи-сәйәси гәзит

Әбйәлил районы Асҡар ауылында аҙнаһына 3 тапҡыр урыҫ телендә сыға. 1957 йылдан башлап «Осҡон» гәзитенең тәржемә баҫмаһы булараҡ «Искра» исеме менән нәшер ителә башлай, 2006 йылдан алып хәҙерге исеме менән үҙ аллы гәзит булараҡ сыға. 1962—1965 йылдарҙа нәшер ителмәй.