Абдулов Шакир Ғәфиәт улы (1896 йылда, Тарҡаҙы, Өфө губернаһы — 1952 йыл) — партия һәм дәүләт эшмәкәре. РКП(б)ағзаһы.

Абдулов Шакир Ғәфиәт улы
Заты ир-ат
Тыуған көнө 1896
Тыуған урыны Рәсәй, Йәрмәкәй районы, Тарҡаҙы ауылы
Вафат булған көнө 1952
Вафат булған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Бәләбәй
Һөнәр төрө сәйәсмән
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы

БиографияһыҮҙгәртергә

Абдулов Шакир Ғәфиәт улы 1896 йылда Өфө губернаһының Тарҡаҙы ауылында тыуған.

1915 йылдан алып 1917 йыл буйына рус армияһында хеҙмәт итә.

1919 йыл-1920 йылдарҙа Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә.

1920 йылдан алып — Башҡорт АССР-ы Бәләбәй кантон Советы башҡарма комитеты секретары.

1927 йылдың июлендә — Башҡорт АССР-ы Бәләбәй кантоны советының башҡарма комитеты рәйесе.

1927 йылдың 23 июленән алып 1929 йылдың апреле бөткәнсе — Башҡорт АССР-ы эске эштәр халыҡ комиссары.

Абдулов Шәкир Ғәфиәт улы 1952 йылда вафат булған.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә