«Фашизм ҡорбандарына» мемориалы (Ериковск)

1975

Мемориаль комплекс
«Фашизм ҡорбандарына» мемориалы
Ил Рәсәй,
Адрес Ериковский утары
Проект авторы Хададзе М. Ш., Степанюк Ю. А.
Төҙөлгән ваҡыты 1975 йыл
Статус дәүләт
Тышҡы рәсемдәр
Мемориал «Жертвам фашизма»

«Фашизм ҡорбандарына» мемориалы — Ростов өлкәһе Дубовский районы Ериковск утарындағы мемориаль комплекс.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, 1942 йылда Ериковский утары эргәһендә фашистар совет хәрби әсирҙәре өсөн лагерь булдыра.

Хәрби әсирҙәрҙе юҡ итеү өсөн фронт һыҙаты йәнәшәһендә немецтар башта күсмә лагерҙар ойоштора, икенсе этап булып тимер юл станциялары эргәһендә даими оҙатыу лагерҙарын булдырыу («Дулаги» — немец телендә «Durch lager»), артабан Германия территорияһында һәм союздаш илдәрҙә «Шталаги» ойошторола. Лагерь ҡарап Ериковский «Дулаг». Был «Дулаг-124», ысын мәғәнәһендә концентрацион лагерь була.

Беренсе хәрби әсирҙәрҙе немецтар оккупациянан һуң шунда уҡ утарҙың һөт-тауар фермаһына оҙата. Утарҙа барактар төҙөлә башлай. Хәрби әсирҙәр сыбыҡтарҙан үрелгән ике ҡатлы һикеләрҙә йоҡлай, күптәр, урын етмәгәнлектән, урамда ҡала. Уларҙы конвой һағында вафат булыусыларҙы һөйрәп сығара һәм 6х4 метр ҙурлыҡтағы дөйөм ҡәберлеккә ташлай.

Лагерһа туҡтауһыҙ мунса яғыла, ундахәрби әсирҙәр йыуына ала. Әммә мунсанан бер кем дә иҫән-һау әйләнеп ҡайтмай.

Немец етәкселеге үҙҙәре өсөн күңел асыу ойоштора — әсирҙәргә немец формаһын кейҙереп, уларға эттәрҙе һөсләтәләр, әммә эттәр әсирҙәргә ташланмай. Әгәр әсирҙә совет хәрби формаһы булһа, эттәр шунда уҡ ташлана. Әсирҙәргә совет ғәскәрҙәре алып сығып өлгөрмәгәс, яндырып киткән көйгән иген ашаталар. Һарайҙарҙа 200-ҙән күберәк кеше була, ҡайһы берҙә әсирҙәргә ултырып йәки баҫып йоҡларға тура килә. Ямғыр ваҡытында барактарҙың береһе емерелә һәм барлыҡ әсирҙәр емереклектәр аҫтында ҡала.

Ериковск концлагерындағы команда постарын немецтар биләй, уларға Төньяк Кавказдан сыҡҡан казактар, украиндар, латыштар һ.б. буйһона.

1942 йылдың декабрендә немецтар хәрби әсирҙәрҙе сығара башлай. Сигенгәндә сирҙәрҙе дүрт өлөшкә бүлеп, Зимовники ҡасабаһына ҡыуалар. 1943 йылдың ғинуарында Дубовский районы фашистарҙан азат ителә, хәлһеҙ тотҡондар госпиталгә дауаланырға ебәрелә.

Лагерь ойошторолғандан алып унда яҡынса 18 мең кеше әсирлектә тотола. Язалауҙан, ябығыуҙан, ауыр хеҙмәттән көн һайын 100—200 кеше вафат була, барлығы яҡынса 5 мең кеше, шул иҫәптән Дубовский районының 46 гражданы, вафат була һәм атыла.

«Дулаг-124» лагерында хәрби әсирҙәр ерләнгән урында 1987 йылда «Фашизм ҡорбандарына» тип аталған мемориал төҙөлә. Монументтың авторҙары — Ленинград архитекторҙары М. Ш. Хададзе менән Ю. А. Степанюк. Уның эргәһендә парк булдырыла. Мемориалдың нигеҙен күккә баҡҡан өс әсирҙең аҡ скульптураһы тәшкил итә. Улар эргәһендә концлагерь ҡоролмаһы. Ҡабырғала — надзирателдәр вышкаһы. Мемориал ҡойма һәм сәнскеле тимерсыбыҡ менән уратылған. Ҡойма эргәһендәге плитаға: «1942. Концлагерь ҡорбандар иҫтәлегенә. Совет яугирҙарына», — тип яҙылған.

Йыл һайын мемориал территорияһында Еңеү көнөнә һәм һуғыш йылдарында һәләк булыусылар иҫтәлегенә бағышланған митинг, еңел атлетика кросы үткәрелә.

Һылтанмалар

үҙгәртергә