«Тула самауырҙары» музейы

«Тула самауырҙары» музейы — Тулалағы музей, унда XVIII—XX быуат самауырҙарының оло коллекция өлгөләре ҡуйылған.

«Тула самауырҙары» музейы
Нигеҙләү датаһы 1990
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Тула
Указания, как добраться Менделеевская улица, 8
Карта
 «Тула самауырҙары» музейы Викимилектә

Музей 1990 йылдың 7 ноябрендә 1910—1911 йылдарҙа архитектор В. В. Сироткин төҙөгән ике ҡатлы бинала урынлашҡан, ул ҡаланың Менделеев урамында, Тула Кремле диуары янында, тора. Музей экспозицияһының нигеҙен «Тула өлкә тарихи-архитектура һәм әҙәби музейы» музей берекмәһе (уның филиалы булып самауырҙар музейы тора ла инде) йыйған самауырҙар коллекцияһы тәшкил итә.

Экспонаттар ике залда урынлашҡан, уларҙың һәр береһе самауыр эшләү тарихының төрлө этаптары тураһында һөйләй.

 
Баллы сәй самауыры

Беренсе залда Тулала XVIII—XIX быуаттарҙа эшләнгән иң шәп самауырҙар йыйылған, шулар араһында — сбитенник (баллы сәй самауыры), шулай уҡ ағалы-ҡустылы Иван һәм Назар Лисициндар нигеҙләгән самауыр фабрикаһында сыҡҡан беренсе самауыр ҡуйылған. XIX быуаттың башында эшләгән Маликов һәм Сомовтар фабрикаһы самауырҙары бар. Шулай уҡ беренсе залында самауыр өсөн Парижда үткән Бөтә донъя күргәҙмәһендә (1889), Чикаго (1893), Лондон (1909), Мәскәүҙәге Бөтә Рәсәй күргәҙмәһендә(1882) һәм Түбәнге Новгородта (1896) Н. И. Баташевым алған миҙалдар бар.

Икенсе залда XIX быуаттың икенсе яртыһында — ХХ быуат башында эшләнгән самауырҙар ҡуйылған. Шулар араһында самауыр яһау оҫталары Фомин, Баташев, Шемариндарҙың шәхси коллекцияларындағы самауыр фотоһүрәттәре ҡуйылған, бында 1909 йылда Николай II һәм уның балаларына бүләккә бирелгән самауырҙарҙың фотоһүрәте бар, шулай уҡ совет осоронда билдәле коммунистар өсөн «Штамп» заводы сығарған самауырҙарҙың фотоһүрәттәре тора.

Шулай уҡ иң ҙур булған биҙәү самыуырына инергә мөмкин, уның эсендә сувенир самауырҙар экспозицияһы ҡуйылған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә