Салауат (гәзит)
«Салауат» — сәйәси-ижтимағи гәзит. Ойоштороусылары — Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы, БР‑ҙың «„Башҡортостан Республикаһы“ нәшриәт йорто» дәүләт унитар предприятиеһы. Салауат ҡалаһында 1999 йылдың ноябренән алып аҙнаһына 2 тапҡыр башҡорт телендә сыға[1].
Гәзит | |
---|---|
Салауат | |
Салауат ҡалаһының башҡорт телендәге сәйәси-ижтимағи гәзите. | |
Ойоштороусылары: | Салауат ҡала хакимиәте, Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы. |
Сыға башлаған: | ноябрь 1997 й |
Сығыу йышлығы: | аҙнаһына 2 тапҡыр |
Тиражы: | ? дана |
Тарихы
үҙгәртергә1997 йылдың 21 октябрендә гәзиттең тәүге һаны нәшер ителә. 1999 йылдың ноябрендә рәсми рәүештә теркәлә. Тәүге йылдарҙа баҫма аҙнаһына бер тапҡыр, ә 2002 йылдың ғинуарынан аҙнаһына ике тапҡыр 4А3 форматы менән сыға.
Гәзиттең мөхәррирҙәре: беренсе мөхәррир — Ирмәк Хәсәнов, унан һуң коллектив менән оҙаҡ йылдар Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы Мөхтәр Сабитов етәкселек итә, 2007 йыл башынан гәзиттең мөхәррире итеп Рима Ҡотлоғәләмова тәғәйенләнә.
"Салауат" гәзите үҙенең биттәрендә Салауат ҡалаһы тормошон тулыһынса яҡтырта. Ҡала хакимиәте, округ Советы, сәнәғәт предприятиелары эше, ҡаланың социаль, мәҙәни, спорт тормошо тураһында даими мәҡәләләр баҫылып тора. Башҡорт телендә баҫылғанға күрә уның темати-каһы ҡаланың башҡа гәзиттәренекенән айырыла. Мәҡәләләребеҙҙең күбеһе Башҡортостандың төп халҡы башҡорттарҙың тарихы, мәҙәниәте, рухи байлыҡтары хаҡында. “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында” Закондың нисек ғәмәлгә ашырылыуы яҡтыртыла, “Шәжәрәм”, “Хаталарҙы төҙәтәйек” тигән конкурстар үткәрелә, “Башҡорт телен өйрәнәйек” рубрикаһы алып барыла [2]. |
Өлгәшкән уңыштары һәм бүләктәре
үҙгәртергәГәзит коллективының ижади эшмәкәрлеге дипломдар һәм Рәхмәт хаттары менән билдәләнгән.
- 2005 йылда киң мәғлүмәт сараларында «Салауат Юлаев беҙҙең йөрәктәрҙә» темаһын иң яҡшы яҡтыртыу номинацияһында 3-сө дәрәжә диплом. *2006 йылда «Полиграфия. Матбуғат донъяһы. Реклама» тип аталған XI Халыҡ-ара махсус күргәҙмә дипломы.
- Г. Асҡарова йәш журналистар республика фестивалендә милли проекттарҙы яҡшы яҡтыртҡаны өсөн махсус бүләк менән бүләкләнә.
- Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин ҡултамғаһы менән ислам динен әүҙем яҡтыртҡаны өсөн Рәхмәт хаты.
- Гөлнара Йәмилева спорт журналистары конкурсының дипломанты булды.
Һуңғы йылдарҙа гәзит яңы төҫ алды - заманса дизайн, актуаль мәҡәләләр, проблемаларға ҡарата яңы ҡараш һәм гәзит уҡыусыларҙың йәш быуыны менән тығыҙ бәйләнеш булдырылды. Киләсәктә лә “Салауат” гәзите үҙенең ҡыҙыҡлы репортаждары, күңелгә үтеп инерлек очерктары, актуаль интервьюлары менән халыҡ һөйөүен яулау өсөн тырышып эшләйәсәк |
- тип күҙаллай редакция коллективы[2].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Салауат (гәзит) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 19 декабрь 2021)