«Еңеү» мемориалы (Ҡыҙыл Сулин)

1975

Мемориаль комплекс
Мемориал «Победа»
Ил Рәсәй
Адрес Ҡыҙыл Сулин ҡалаһы
Проект авторы Занис, скульпторы — В. Д. Батяй.
Төҙөлгән ваҡыты 1975 йыл
Статус дәүләттеке
Тышҡы рәсемдәр
Мемориал "Победа"
Совет һалдатына һәйкәл

«Еңеү» мемориалы  — Ростов өлкәһенең Ҡыҙыл Сулин ҡалаһындағы мемориаль комплекс. 1975 йылдың 25 апрелендә асылған. «Еңеү» мемориалы — стеланан, мәңгелек уттан, совет һалдаты һәйкәленән, геройҙар аллеяһынан торған комплекс.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, 1942 йылдың 21 июлендә совет ғәскәрҙәре немец ғәскәрҙәре баҫып алған ҡаланы ҡалдыра[1][2].

1943 йылдың 14 февралендә Ҡыҙыл Сулин ҡалаһын гитлерсы Германия ғәскәрҙәренән Ворошиловград операцияһы барышында Көньяҡ-Көнбайыш фронттың 5-се танк армияһы совет ғәскәрҙәре азат итә[1].

Ҡыҙыл Сулин оккупацияһы ете айға һуҙыла (1942 йылдың 21 июленән — 1943 йылдың 14 февраленә тиклем). Оккупация осоронда немецтар ҡаланың 400 кешеһен язалай һәм атып үлтерә.

«Еңеү» мемориалы мәңгелек ут менән 1975 йылдың 25 апрелендә, ҡаланың «Еңеү» майҙанында, металлургтарҙың мәҙәниәт Һарайы эргәһендә асыла. Ҡыҙыл Сулин ҡалаһы халҡы уны, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 30-йыллығына ҡарата, яу ҡырынан әйләнеп ҡайтмаған яҡташтары иҫтәлегенә төҙөй. Мемориал проекты авторы Занис, скульпторы — В. Д. Батяй.

Мемориалдың 6 метрлыҡ скульптураһында юғары күтәрелгән ҡулына автомат тотҡан һалдат һүрәтләнгән. Һалдат үҙенең кәүҙәһе менән еңеү таҫмаһын йырта. Йәнәшәлә постаментта мәрмәр плита менән көпләнгән стела һәм мәңгелек ут ҡуйылған. Стелала Р. Рождественскийҙың «Реквием» поэмаһынан һүҙҙәр яҙылған «… люди! покуда сердца стучатся, — помните: какой ценой завоевано счастье, — пожалуйста, помните!».

Дан аллеяһының мәрмәр пилондарына (таяу) Советтар Союзы Геройҙары: Алексеев А. И., Галатов Александр Миронович, Дернов П. С., Калинин Ф. А., Корниенко И. М., Кравцов А. С., Просандеев И. К., Сидорин В. Н., Омельченко Иван Алексеевич, Чистов И. А. һәм Дан орденының тулы кавалеры Самохин В. Ф. барельефтары нығытып ҡуйылған.

2000 йылда Еңеүҙең 55-се йыллығы алдынан монументҡа реставрация үткәрелә.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Справочник «Освобождение городов: Справочник по освобождению городов в период Великой Отечественной войны 1941—1945». М. Л. Дударенко, Ю. Г. Перечнев, В. Т. Елисеев и др. М.: Воениздат, 1985. 598 с.
  2. Исаев А. В. От Дубно до Ростова. — М.: АСТ; Транзиткнига, 2004.