«Баймаҡ» теплоходы

«Баймаҡ» теплоходы — йөк ташыусы теплоход, 1966 йылда Николаевск суднолар төҙөү заводында (Украина) эшләнгән.

«Баймаҡ» теплоходы — йөк ташыусы теплоход, 1966 йылда Николаевск суднолар төҙөү заводында (Украина) эшләнгән. Ҡара диңгеҙ пароходлығы ҡарамағында тоған (Одесса). Судноның ауырлығы − 19 мең тонна, йөк күтәреүсәнлек — 12 мең тонна. «Баймаҡ» теплоходы күп кенә илдәрҙең һыу бассейнында йөрөй. Экипаж Башҡортостан менән тығыҙ бәйләнештә торған. Баймаҡ ҡала тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында «Баймаҡ» теплоходына бағышланған стенд бар[1].

«Баймаҡ» теплоходы
Дәүләт  Украина
Ваҡиға ваҡыты 1966 һәм 1992

Караптар төҙөү тарихында ике «Баймаҡ» теплоходы була. 1958 йылдың сентябрендә Алыҫ Көнсығыш пароходлығында (Владивосток)"Баймаҡ" теплоходы эксплуатациялана башлай (437Н проекты) . Уның артабанғы яҙмышы билдәһеҙ[2].

1962 йылдың башында Николаевск суднолар төҙөү комбинатында ңы ҡоро йөк ташый торған баржа (сухогруз, 595-се проект, «Бежица» тибы) төҙөлә.

Традиция буйынса яңы карапты һыуға төшөрөү алдынан исем ҡушыу йолаһы үткәрелә. Карапҡа исем ҡушыу хоҡуғы юғары производство күрһәткестәргә эйә булған һәм коллективта абруйы булған алдынғы эшсегә бирелә. Комсомол саҡырыуы буйынса комсомол-йәштәр төҙөлөшөнә Баймаҡ ҡалаһынан сығышлы эләккән электр-газ иретеүсе ҡыҙ булып сыға. Ул теплоходҡа исем бирә лә инде — «Баймаҡ». Был тарихты Баймаҡ ҡалаһынан Николавскиға барған башҡорт делегацияһына судно капитаны ярҙамсыһы В. Л. Болозович бәйән итә, әммә етәкселек йыш алмашыныу сәбәпле әлеге ҡатын-ҡыҙҙың исеме билдәһеҙ[3].

Техник характеристикаһы

Судноның техник характеристикаһы: Судноның ауырлығы − 19 мең тонна, йөк күтәреүсәнлек — 12 мең тонна, оҙонлоғо 156 м, киңлеге 21 м, бейеклеге 46 м. Трюмдары 13 мең тонна һыйҙырышлы. Суднола йөктө тейәү һәм бушатыу өсөн 12 күтәрмәле крандар ҡуйылған. Йөрөү тиҙлеге сәғәтенә 60/100 км. Уның дизель двигателе ҡеүәте 10 мең ат көсө. Теплоходта Азия регионына (Һиндостан, Цейлон, Бангладеш, Төркиә һәм башҡа илдәргә) генераль йөктәр ташыу өсөн ҡулланыла. Үҙенең телетаймы буйынса совет осоронда моряктар Ер шарының ниндәй булһа нөктәһендә Ҡара диңгеҙ пароходлығы гәзитен уҡый алалар, шулай уҡ радиотелефон буйынса Одесса ҡалаһы менән бәйләнешкә сыҡҡандар[3].

«Баймаҡ» теплоходын 52 (башҡа мәғлүмәттәр буйынса 42 кеше) кешенән торған экипаж хеҙмәтләндерә. Баймаҡ делегацияһы теплоходҡа 1974 йылдың февралендә бара, делегация составында Түбә приискыһы директоры Ғәйнуллин Ф. А., Бөйөк ватан һуғышы ветераны, Ҡара диңгеҙ буйын фашист илбаҫарҙарынан азат иткән Ғәлин М..Х., Баймаҡ ГРП-һы начальнигы Овчаров В. З., КПСС район комитетының ойоштороу бүлеге мөдире Сәйғәфәров Ә. З., Район гәзите мөхәррире Сәмиғулин Б. А., «Һәүәнәк» совхозы директоры Хисмәтуллин Р. А. булалар. Ошо барыуҙан һуң район һәм карап араһында тығыҙ бәйләнеш булдырыла. Йыл һайын делегациялар барып торҙо, экипаж составы ла Баймаҡҡа ҡунаҡҡа килер була, хаттар, телеграммалар, гәзиттәр («Октябрьское знамя» һәм «Моряк») аша хәбәрләшеп торалар. Моряктарҙан телеграммалар төрлө илдәрҙән килеп тора: Малайзия, Һиндостан, Вьетнам, Куба һәм башҡа илдәрҙән[3].

«Баймаҡ» теплоходы экипажынан һуңғы тапҡыр хәбәр 1989 йылдың май айында килә, унда эксплуатация срогы үтеү сәбәпле Ҡара диңгеҙ пароходлығы етәкселеге суднола артабан йөрөүҙе туҡтатыу һәм уны металға ҡырҡыу тураһында ҡарар ҡабул итеүе еткерелә. 1992 йылда Һиндостан порттарының береһендә металға ҡырҡыла[2].

Баймаҡ ҡала тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында «Баймаҡ» теплоходының макеты һаҡлана[4].

«Баймаҡ» теплоходында хеҙмәт иткән Геннадий Серовтың китабынан өҙөк:

Ниһайәт, мин «Баймаҡ» теплоходына юлланма алдым… «Баймак» т/х бортында мин икенсе радист каютаһында урынлаштым. Теплоход ысынлап та бик ҙур булып сыҡты: твиндектар менән биш трюм, 13 кран, һәр трюмға надстройка алдынан икешәр кран һәм бер кран трюм менән кормала, тағы ла өҫтәмә икенсе һәм өсөнсө трюмдар араһында тяжеловестың ауыр уғы. Кормала шулай уҡ ҙур бассейн бар. Экипаж 54 кешенән тора. Тултырғансы «Беларусь» тракторҙары һәм контейнерҙар тейәнеләр. Бөтәһе 600 трактор нығытылды, бөтә йөк Вьетнам порттарына юллана ине, унда яңыраҡ ҡына ҡот осҡос һуғыш тамамланды. Шулайтып беҙ рейсҡа сыҡтыҡ. «Баймак» Odessa ocean line линияһында эшләй ине, Бельгия фрахты, бында күпселек Европа эре порттары инә. Линия Европаны Көньяҡ-Көнсығыш Азия менән бәйләй. Һуңынан мин бер әйләнеүгә егермегә яҡын порт һананым, ә бер әйләнеү яҡынса алты ай дауамында барҙы[5].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. ЭНЦИКЛОПЕДИЯ БАШКИРИИ → БАЙМАК (ТЕПЛОХОД)
  2. 2,0 2,1 http://vechufa.ru/exclusive/5607-bashkiriyu-proslavil-kruiz-hruscheva.html . Взгляд в прошлое «Башкирию» прославил круиз Хрущёва
  3. 3,0 3,1 3,2 Амир Сайгафаров, Рамазан Утягулов. Баймакский край. Энциклопедическое и краеведческое издание. Китап. Уфа-2002.
  4. [httpshttps://resbash.ru/articles/cotsium/khochesh_vdokhnoveniya_pokoryay_irandyk-7378/ Хочешь вдохновения? Покоряй Ирандык http://vicapt.ru/moi-parohodyi/na-praktike На практике]
  5. Серов. Листая пройденные мили

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Амир Сайгафаров, Рамазан Утягулов. Баймакский край. Энциклопедическое и краеведческое издание. Китап. Уфа-2002.