Сәҙүк

Силәбе өлкәһендәге күл

Сәҙүк - рус. Садок - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Ҡарабаш ҡала округындағы күл.

Сәҙүк
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе
Урын Ҡарабаш
Карта

Географияһы үҙгәртергә

Сәҙүк - Силәбе өлкәһенең Ҡарабаш ҡала округында, Уйылды күленән 1,5 км көнбайыштараҡ урынлашҡан күл. Ул Әнәш күле менән ҡылымыҡ аша тоташҡан һәм миҙгеленә күрә генә һыуы Забойное күленә аға.

Ҡарабашҡа тиклем араһы – 15 км, Силәбегә – 102 км, Екатеринбургҡа – 178 км.

Координаттары: 55°32′40″N 60°23′33″E

Тасуирламаһы үҙгәртергә

Күл төньяҡтан көньяҡ-көнбайышҡа һуҙылған.

  • Һыу көҙгөһө майҙаны - 1,08 км² иҫәпләнә
  • Һыуы сөсө .
  • Оҙонлоғо — 1,85 км
  • Киңлеге — 690 м.

Ярҙары урыны менән төньяҡ-көнбайыш һәм көнсығыш осонан һаҙмырт.

Флораһы һәм фаунаһы үҙгәртергә

Яр буйҙарын ҡуйы ҡамыштар һәм екән баҫҡан. Ҡатнаш урмандар уратып алған. Бында еләк һәм бәшмәк күп.

Сәҙүк күленең көнбайыш яры Ҡарабаш һунарсылыҡ хужалығы биләмәрендә урынлашҡан. Был биләмәләрҙә төрлө кейек-ҡоштарға һунар итергә рөхсәт бар. Бында һуйыр, сел, һыу ҡоштарын, шулай уҡ һөтимәрҙәрҡондоҙ, шәшке, ҡуян, төлкө, илек, ҡабан, айыу һ. б. ауларға мөмкин

Этимологияһы үҙгәртергә

Гидронимды славян сығышлы, һеүән (рус. садок) һүҙенән тип әйтеүселәр ҙә бар. Әммә борондан был ерҙәрҙә башҡорттар йәшәгән һәм Силәбе өлкәһенең барлыҡ күлдәре тиерлек башҡорт теленән атама алған. Садок күленең тирә-яғында тотош башҡорт, төрки сығышлы атамалар булыуы ла был аңлатмаға шик тыуҙыра.

Икенсе фараз буйынса атама башҡорт ҡыҙы исеменән алынған:

Другая же версия пропитана старинными уральскими легендами. Говорят, что название озера возникло от башкирского женского имени Саадок. Так звали девушку, которая, не вынеся разлуку с возлюбленным, выплакала целое озеро слез [1]

.

Башҡорт ҡатын-ҡыҙы исеменән булған хәлдә, ул йә Сәғҙиә, Сәғдиә, Сәғиҙә тигән исемдәр булыуы ихтимал. Башҡорт халҡында исемдәрҙе иркәләп, кесерәйтеп шундай һүҙ яһаусы аффикстар ҡулланыу бар. Йәғни, Сәғәҙүк, Сәғиҙүк тигәндән булыуы мөмкин [2].

Шулай уҡ ҡара үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • Т. Кусимова, С. Бикҡолова.Башҡорт исемдәре. - Өфө, 2006 - 168-се бит

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Озеро Садок 2019 йыл 24 июнь архивланған.
  2. Т. Кусимова, С. Бикҡолова.Башҡорт исемдәре. - Өфө, 2006 - 168-се бит

Һылтанмалар үҙгәртергә