Ҡамыш (лат. Scírpus) — күрәндәр төрөнә кергән бер бер һәм күп йыллыҡ яр буйы һыу үҫемлеге; Ҡамыш ырыуындағы (Scirpus) тропик, субтропик һәм уртаса бүлкәттә киң таралған үҫемлек. 250 төр билдәле. Улар — күбеһенсә һыуҙа йәки ярҙа ҡуйы әрәмәлектәр хасил итеп үҫеүсе үҫемлектәр.

Күрән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Урман ҡамышы, күл ҡамышы республиканың барлыҡ терр‑яһында тиерлек, Табернемонтан ҡамышы башлыса Башҡортостандың Урал алдында һәм Башҡортостандың Урал аръяғында, ҡырлы ҡамыш һәм тамырланыусы ҡамыш күбеһенсә Башҡортостан Урал алдының дала һәм урманлы дала райондарында таралған.

Таралышы үҙгәртергә

Үҫемлектең Ер йөҙөндә 300-гә яҡын төрө осрай, бөтә ер шарында таралған. Рәсәйҙә 20-гә яҡын төрө таралған. Башҡортостанда 5 төрө үҫә. Күп йыллыҡ үлән. Һаҙлы болондарҙа, юл буйҙарындағы канауҙарҙа, иҫке үҙәндәрҙең ярҙары һәм уйһыу һаҙлыҡтарҙың ситтәре буйлап, күл һәм быуаларҙың һай ерҙәрендә үҫә.

Ботаник яҙма үҙгәртергә

Һабағы төҙ, өс йәки тупаҡ өс ҡырлы, ҡайһы берҙә дуға һымаҡ ергә бөгөлә һәм тамырлана , бейеклеге 0,5—2,5 м. Япрағы киң ланцет йәки тәңкә рәүешендә. Сәскәләре ҡыҙғылт йәки һарғылт‑көрән, ике енесле, сатыр һымаҡ йәки баш һымаҡ сәскәлектәргә йыйылған эре башаҡтарҙа, һирәгерәк башаҡтары яңғыҙар. Май—июлдә сәскә ата. Емеше — кире йомортҡа формаһындағы сәтләүек, август—сентябрҙә өлгөрә.

Сәскәләре — ике енесле, сәскә тирәлеге 6 ҡылдан тора, ҡайһы саҡ бөтөнләй юҡҡа сыҡҡан. Башаҡсыктар сатыр һымаҡтар төркөмөндә. Емеше 3 ҡырлы. Күл камышы (S. lacustris) — 50—250 см бейеклегендәге, 1 м тирәнлектә үҫә ала торған үҫемлек. Һабағы йыуан, япраҡһыҙ, ҡуйы йәшел төҫтә (фотосинтез функцияһын һабаҡ үтәй). Сатыры йәйенке, көрән төҫтә. Күбеһенсә оҙон тамырҙан үрсей. Һабағы төҙөү эшендә, төрлө әйберҙәр үреү өсөн ҡулланыла. Төп торф яһаусы үҫемлекләрһең береһе. Һыу ятҡылығын биологик таҙартыуҙа зур роль уйнай. Таберномонтан ҡамышы (S. tabernaemontanii) күл ҡамышынан күгелйем һабактары һәм япма ҡабырсыҡтың ҡыҙғылт көрән биҙҙәре менән айырылып тора. Дымлы урмандарҙа, ҡыуаҡлыҡтарҙа, йылға ярҙарында урман ҡамышы (S. sylvaticus) үҫә.

Әһәмиәте һәм ҡулланылышы үҙгәртергә

Составында каротиноидтар, липидтар, сапониндар, флавоноидтар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Декоратив үҫемлек. Ҡиммәтле тиреле һыу хайуандары өсөн, урман ҡамышы — боландар өсөн аҙыҡ булып тора. Ҡамыш һабаҡтарын үрелгән әйберҙәр эшләү өсөн ҡулланалар.

Ҡыҙыҡлы факттар үҙгәртергә

Ҡамыш // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.

  • Мәүлүдова Л.Г., Ботаника: Югары төзелешле үсемлекләр системасы: Югары уку йортлары өчен дәреслек.