Бөрйән районы Почетлы гражданы

Бөрйән районы Почетлы гражданины — маҡтаулы исем. Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы халҡы тарафынан иҡтисад, фән, мәҙәниәт, сәнғәт, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, халыҡты социаль яҡлау, юғары һөнәри оҫталыҡ, райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыуы һ.б. айырым ҡаҙаныштары өсөн хөрмәт ителгән граждандарҙы дәртләндереү формаларының береһе.

Тарихы үҙгәртергә

Бөрйән районында Бөрйән районы Почетлы гражданины исеме 2009 йылда граждандарҙың хеҙмәтен таныу, уларҙың шәхси эшмәкәрлеген дәртләндереү маҡсатында булдырыла.

Тәғәйенләү үҙгәртергә

Бөрйән районында тыуған Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы граждандарына йәшәү урынына ҡарамай тәғәйенләнә. Исем биреү буйынса эште Бөрйән район Советы, районы хакимиәте, райондың йәмәғәт берекмәләре һәм ойошмалары вәкилдәренән торған махсус комиссия алып бара.

Исем биреү буйынса тәҡдимдәрҙе предприятиелар, ойошмалар, учреждениелар, хужалыҡтар һәм уларҙың профсоюз ойошмалары, йәмәғәт ойошмалары һәм берекмәләре коллективтары, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы хакимиәте индерә ала. Исем муниципаль район Советы ҡарары менән бирелә, тәғәйенләнеш тураһындағы документтарҙы Совет рәйесе йәки Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Советы Президиумы ағзалары тапшыра.

Почетлы гражданинға исем биреү тураһында танытма һәм күкрәк таҫмаһы тапшырыла. Уларҙың фотоһүрәттәре «Бөрйән районы муниципаль районының почетлы граждандары» стендында урынлаштырыла. Почетлы граждан исемен биреү тураһында мәғлүмәт район гәзитендә һәм райондың рәсми сайтында[1] баҫыла.

Бөрйән районы Почетлы гражданиндары үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Муниципальный район Бурзянский район Республики Башкортостан 2022 йыл 21 июнь архивланған.
  2. Почетный гражданин // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 141. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
  3. Почетный гражданин // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 301. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.

Сығанаҡтар үҙгәртергә

Почетный гражданин // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 425. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.