Бөгөнгө көндә иң яҡшы мәҡәлә

Camelmarket in Nouakchott.jpg

Бәҙүәндәр — ғәрәп телендә һөйләшеүсе Яҡын Көнсығыш күскенселәре. Ғәрәп ярымутрауынан, үҙҙәренең тәү төйәгенән, улар башҡа ерҙәргә таралған һәм бөгөнгө көндә Фарсы ҡултығы менән Атлантик океан араһындағы бөтә илдәрҙең сүллектәрендә көн итә.

Йәшәү сығанаҡтары сикле булған был ҡырыҫ мөхиттә дөйә, һарыҡ, кәзә көтөүе менән утлау эҙләп туҡтауһыҙ сәйәхәт итеү — уларҙың быуаттар дауамында һаҡланып килгән йәшәү ысулы.

Ғәрәп ярымутрауы — бәҙүәндәрҙең тәү төйәге, бынан улар туҡтауһыҙ утлау һәм табыш эҙләнеүҙәрҙә сүллектәренән күршеләге уңдырышлы ерҙәргә тарала. Урта һәм төньяҡ Ғәрәп ярымутрауында бәҙүәндәр бөтә йәшәүсе халыҡтың күпселеген тәшкил иткән.

дауамы...

Туғандаш проекттар


Башҡа телдә уҡырға

Был мәҡәлә languages телдә бар

Последние изменения на 06:09 29 апрель 2013