Салдыс — Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт.

Салдыс
Характеристики
Оҙонлоғо21 км
Киңлеге4 км
Бейек нөктәләре
Абсолют бейеклеге790 м
Урынлашыуы
52°30′34″ с. ш. 57°54′43″ в. д.HGЯO
Ил
РФ субъектыБашҡортостан
Тау системаһыУрал тауҙары 
Рәсәй
Красная точка
Салдыс
Башҡортостан Республикаһы
Красная точка
Салдыс

Белорет районы буйлап Инйәр һәм Ҡатаҫҡын (Кесе Инйәр йылғаһы ҡушылдығы) йылғалары араһында субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо яҡынса 21 км, киңлеге 3—4 км, абсолют бейеклеге 790 м (Сухаров тауы). Бейеклектәре 580—790 м булған яҡынса 7 түбәһе бар (Салдыс, Имәнле тауҙары).

Рельефы тәпәш таулы, йылға үҙәндәре һәм уйһыулыҡтар м‑н йырғыланған; көнбайыш битләүҙәре һөҙәк, төньяҡ‑көнсығыш һәм көнсығышта — текә. Өҫкө рифейҙың елмәрҙәк свитаһы ҡомташтарынан, алевролиттарынан, аргиллиттарынан, конгломерат, гравелит һәм доломит ҡатламдарынан тора. Тау итәгендә Инйәр йылғаһы ҡушылдыҡтары Бардин, Категан, Ҡатаҫҡын, Салдыс, Ямашты һ.б. йылғалары башлана.

Ландшафтарҙың бейеклек бүлкәтлеге күҙәтелә: ҡара ылыҫлы шыршы һәм аҡ шыршы урмандары тундра, көрән урман, болон‑тау тупраҡтарындағы тау тундралы һәм бейек үләндәр үҫкән тау болонло һирәк урмандар м‑н алмашына. Көньяҡ Урал ҡурсаулығы биләмәһендә урынлашҡан.

Топонимика үҙгәртергә

Һырттың атамаһы боронғо башҡорт телендәге «Салды» — йәғни, таш һүҙенән алынған тип бәйән ителә.

Һылтанмалар үҙгәртергә