Урал, таулы физик-географик ил, меридиональ йүнәлештә Кар диңгеҙенән Ҡаҙағстан далаларына тиклем һуҙылған ер. Оҙонлоғо 2000 км. Киңлеге 40-60 км, урыны менән 100 км-га етә.

Урал тауҙары
УрынлашыуыРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Ҡаҙағстан Ҡаҙағстан
Барлыҡҡа килеү осороДевон (410—360 млн йыл элек) — Триас (251—199 млн йыл элек)
Оҙонлоғо2500 км
Киңлеге40-150 км
Иң бейек түбәһеНародная
Тау түбәһе бейеклеге1895 м
Викиһаҡлағыста категория
Шүлгән Таш мәмерйәһе

Урал үҙгәртергә

Антик сығанаҡтарҙа Уралды йыш ҡына Рифей тауҙары йәки Гиперборея тауҙары атамаһында бирәләр. Клавдий Птолемей мәғлүмәттәре буйынса, Урал тауҙары өс өлөшкә бүленә: Римнус, Норостар һәм Гиперборея. Римнус (Көньяҡ Урал) - Яйыҡ йәки Ҡариҙел йылғалары аҡҡан яҡ; Урта Уралда (Норостар) Яйыҡ (Урал) аға, Төньяҡ Урал (Гиперборея) йылғалары күрһәтелмәгән[1] Рифей тауҙары — һис шикһеҙ Каспий, Ҡара диңгеҙ һәм Балтика (Сармат океаны) араһындағы һыу айырғыс тип таныла[2] и др.

Беренсе йылъяҙмаларҙан уҡ («Повесть временных лет» - б.э. XI быуат) — урыҫтар Урал тауҙарын Билбау, Себер тауы, Ҙур таш, йә иһә Ер Билбауы тип атағандар.

Рус дәүләтенең XVI быуаттың икенсе яртыһында эшләнгән тәүге картаһында («Большой Чертёж»), Урал «Ҙур Таш» атамаһы менән билбауға оҡшаған тау рәүешендә төшөрөлгән, унан әлеге Златоуст заводтарына ингән өлөштә, бер аҙ көньяҡтараҡ һәм төньяҡтараҡ күп йылғалар ағып төшөүе күренә; урыҫтар ҙа башта тик ошо өлөштө генә Урал тип атаған[3]

Башҡорт телендә «Урал» топонимы бик боронғо, бәлки тәүтөрк хәлдә саҡҡа ҡайтарып ҡалдырыла. Уны башҡ. үр ~ др.-тюрк. *ör «бейеклек, ҡалҡыулыҡ» тигән һүҙ менән бәйләйҙәр. Бынан тыш, «Урал» башҡортса «урау», йәғни «билбаулау», «уратыу» тигәндән килеп сыҡҡан тигән икенсе фараздар ҙа бар[4].

Хәҙерге заман топонимикаһы ике төп версияны килтереп сығарҙы[5]. Манси версияһы авторы Э. К. Гофман Урал атамаһын мансиҙағы «ур» (тау) һүҙе менән бәйләй. XX быуатта был теорияны венгр ғалимдары — манс. ур ала (тау үре) тигән менән бәйләп, дауам итә. Әммә мансиҙар үҙҙәре Уралды Нөр (Таш) тип атай һәм бер ваҡытта ла «ур ала» төшөнсәһен ни Уралға, ни уның айырым тауҙарына ҡарата ҡулланмаған[5]. Икенсе версия топонимдың башҡорт теленән килеп сығыуын тәҡрарлай. Ысынлап та, Уралдың автохтон халыҡтарынан тик башҡорттар ғына уны шулай атаған һәм был телдә, легендаларҙа һәм ғәҙәт-йолала һаҡланып килә ("Урал-батыр" эпосы). Уралдың башҡа халыҡтары - (хант, манси, коми, ненец) Урал тауҙарын ҡәҙимдән икенсе төрлө атай: коми Из, манс. Нёр, хант. Кев, нен. Нгарка Пэ.

Галерея үҙгәртергә

Ҡаҙылма байлыҡтары үҙгәртергә

Урал — төрлө файҙалы ҡаҙылдыҡтар хазинаханаһы. СССР-ҙа сығарылған 55 төрлө ҡаҙылдыҡтың 48 төрө Уралдан булған. Уралдың көнсығыш райондарына баҡыр колчеданы мәғдәне хас (Гай, Сибай, Дегтяр, Кировград һәм Красноурал ҡаҙылдыҡ сығарылған урындары), скарн-магнетит ҡаҙылдыҡтары (Гороблагодатское, Высокогорск). Бокситтар һәм асбест күбеһенсә Төньяҡ-Уралда сығарыла.

Уралдың көнбайыш битләүендә һәм Урал янында ташкүмер алына (Печора күмер бассейны, Кизел күмер бассейны), нефть һәм газ (Волга-Урал нефть-газ өлкәһе, Ырымбур газ-конденсат етештереү майҙаны), калий тоҙҙары (Үрге Кама бассейны). Урал бигерәк тә аҫылташтары менән данлы (зөбәржәт, аметист, аквамарин, йәшмә, родонит, малахит һәм башҡалар). Тау ҡуйынында ике йөҙләп төрлө минерал осрай.Урал малахитынан һәм йәшмәһенән Петербург Эрмитажына ҙур һауыт эшләнгән, шулай уҡ ҡабырғалары һәм алтарь ошо таштар менән биҙәлгән.

Географик аспекттар үҙгәртергә

 
Урал тауҙары рельефы.

Көнсығышта Көнбайыш Себер уйһыулығы, көнбайышта - Көнсығыш Европа тигеҙлеге. Урал тауҙарының көнсығыш итәгендә шартлы Европа-Азия сиге үтә.

Географик яҡтан Урал тауҙары 5 өлөшкә бүленә:

Төньяҡта Урал һырты дауамы итеп Пай-Хой тау системаһын, көньяҡта  Муғалжарҙы һанарға мөмкин. Файл:Ural mountains 3 448122223 93fa978a6d b.jpg|thumb|250px|Поляр түңәрәк эргәһендәге Урал — иң бейек ҡаялары ошонда

Тау һырттары үҙгәртергә

Түбәләр үҙгәртергә

Иң бейек түбәләр:

  • Пай-Хой — Мореиз (Вэсэй-Пэ) тауы (423 м).
  • Поляр Урал — Пайер тауы(диңгеҙ кимәленән 1472 м ).
  • Поляр түңәрәк яны Уралы — Народная тауы (1895 м), Манарага тауы (1662 м).
  • Төньяҡ Урал — Тэлпосиз тауы (1617 м).
  • Урта Урал — Конжаковский Камень тауы (1539 м).
  • Көньяҡ Урал — Ямантау (1640 м), Оло Ирәмәл (1582 м).
  • Мугоджары — Боктыбай тауы (567 м).

Күлдәре үҙгәртергә

Күлдәре күп, билдәлеләрҙән - Таватуй (Екатеринбургтан 50 км төньяҡтараҡ), шулай уҡ Силәбе өлкәһенең төньяғында йөҙҙәрсә эреле-ваҡлы күлдәре, бер аҙы Свердловск өлкәһенең көньяҡ-көнсығышында. Ҡайһы берҙәренең - мәҫәлән, Өйәлгенең (Иртәш тип тә йөрөтәләр) оҙонлоғо 10 км-ға етә. Силәбе күлдәренә Түрғәяҡ, Оло Кәҫле һәм башҡа күлдәр инә.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Сказание Клавдия Птоломея Александрийского 2009 йыл 25 ғинуар архивланған., Карта(недоступная ссылка)
  2. Меркатор 1578—1730 (201 Кб) 2009 йыл 15 июнь архивланған.
  3. Шишонко В. Н. Пермская летопись, пятый период, часть вторая с 1695—1701 гг. — Пермь: Типография Пермской земской управы. 1887 г.
  4. Конкашпаев Г. К. По поводу названия «Урал» // Вопросы топономастики. — 1971. — В. 5. — С. 75.
  5. 5,0 5,1 Матвеев А. К. Географические названия Урала: Топонимический словарь. — Екатеринбург: Сократ, 2008. — С. 6. — 352 с. — ISBN 978-5-88664-299-5.

Һылтанмалар үҙгәртергә