Портал:Башҡорт әҙәбиәте

«Башҡорт әҙәбиәте» порталына рәхим итегеҙ!

Башҡорт әҙәбиәт ғилеме — нәфис әҙәбиәтте кешелек һәм башҡорт халыҡ мәҙәниәте күренеше булараҡ өйрәнеүсе фән, XIX быуаттың 2-се яртыһында нигеҙ һалынған фән. Төп тармаҡтары: әҙәбиәт теорияһы, әҙәбиәт тарихы. Ҡайһы бер ғалимдар шулай уҡ әҙәбиәт ғилеменең төп тармағына фольклористиканы ла индерә. Әҙәбиәт ғилемендә бик күп йүнәлештәр бар, шул иҫәптән — психоаналитик һәм психиатрия йүнәлештәре. Ярҙамсы дисциплина булып библиография, текстология, палеография тора.

үҙгәртергә 

Бөгөнгө рәсем

Аҡбулатова Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы (1 февраль 1960 йыл) — яҙыусы, журналист. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар (1999) һәм Яҙыусылар (1995) союздары ағзаһы, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2003).
үҙгәртергә 

Бөгөнгө мәҡәлә

Ҡара йөҙҙәр — башҡорт һәм татар әҙәбиәте классигы, БАССР-ҙың халыҡ шағиры Мәжит Ғафури әҫәре. Башҡорт әҙәбиәтенең тәнҡитле реализм әҫәрҙәренең береһе.

Повеста ҡатын-ҡыҙҙарҙың трагик яҙмышы, XIX быуаттың 90-сы йылдарында татар-башҡорт йәмғиәтендә ислам донъя ҡоролошо дин ҡанундары һүрәтләнә.

Повестың төп геройҙары — Ғәлимә исемле ҡыҙ һәм уның һөйгән йәре, ауыл егете Зәкир. Сибәр ҡыҙ Ғәлимә Зәкирҙе ярата. Уларҙың бәхетле ғаилә тормошо тураһында хыялына байҙарҙың улдары һәм мулла-хәҙрәт ҡамасаулай. Ғашиҡтарҙың осрашыуы уларҙы шәриғәт законын боҙоуҙа һәм диндән яҙыуҙа ғәйепләү өсөн етерлек шарт булып тора. Ҡыҙҙың атаһы, Фәхри ҡыҙын өйөнән ҡыуа. Зәкир ҡалаға китергә мәжбүр була. Ғәлимә хурлыҡты күтәрә алмай, аҡылдан яҙа һәм мәкегә батып үлә. Зәкирҙе туҡмайҙар, шунан һуң ул үпкә туберкулезы менән ауырый.

үҙгәртергә 

Беләһегеҙме…

үҙгәртергә 

Һылтанмалар

үҙгәртергә 

Бөгөнгө өҙөмтә

Бөркөт — күктә, суртан һыуҙа тере, ир ҙә тере, илгә - ҡушылһа...

Рәми Ғарипов, «Йырҙарыма ҡайтам»


үҙгәртергә 

Категориялар

үҙгәртергә 

Был ай башҡорт әҙәбиәтендә:

Апрель

Дауыт Юлтый (һулда), Хабибулла Ибраһимов һәм Мәжит Ғафури Башҡортостанда А. П. Чехов исемендәге санаторийҙа. 1933 й.


үҙгәртергә 

Яңы мәҡәләләр

Хикмәт (ғәр. نحكمة‎) — тапҡыр мәғәнәле һәм өгөт-нәсихәт, фәлсәфәүи йөкмәткеле кескәй жанр; ғәжәп ҙур аҡыл, тәрән белем[1]; ниҙеңдер асылын тәшкил иткән эске мәғәнә, йәшерен сәбәп; ғиллә.

Поэзияла ике һәм дүрт юллы хикмәттәр ҙур урын тота. Бөтә доъяға киң билдәле Ғүмәр Хәйәм хикмәттәре шуның классик өлгөләре.

Боронғо төрки поэзияһынан Әхмәт Йәсәүи, Сөләймән Баҡырғани хикмәттәре башҡорт һәм татар халҡф араһында киң таралған. Беҙең поэзияла Мәүлә Ҡолой хикмәт жанры оҫтаһы.

Хәҙерге заман шағирҙарынан Фәйзи Ғүмәров байтаҡ тапҡыр хикмәттәр яҙа.

үҙгәртергә 

Туғандаш порталдар

үҙгәртергә 

Туғандаш проекттар

  1. Арабские и персидские слова в башкирском языке (А. Г. Биишев, 2009)