Алатаубала — тау һырты, Алатау һырты армыты. Көньяҡ Уралда, Башҡортостан биләмәһендә, Ишембай районында урынлашҡан.

Алатаубала
Характеристики
Оҙонлоғо12 км
Киңлеге3 км
Бейек нөктәләре
Иң бейек түбәһеАбараш-Баш 
Абсолют бейеклеге548 м
Урынлашыуы
54°32′15″ с. ш. 56°58′43″ в. д.HGЯO
Ил
РФ субъектыБашҡортостан
Тау системаһыУрал тауҙары 
Рәсәй
Красная точка
Алатаубала
Башҡортостан Республикаһы
Красная точка
Алатаубала

Ҡылыҡһырлама үҙгәртергә

Ишембай районы буйлап Үрек йылғаһының үрге ағымынан Ҡолғона ауылына тиклем меридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 12 км, киңлеге 3 км тиклем, абсолют бейеклеге 548 м ашыу. Алатауайыры һәм Ҡалыуайыры йылғалары (Еҙем йылға бассейны) һыу айырғысы булып тора. Өҫкө рифейҙың инйәр һәм минйәр свиталары эзбизташтары, ҡомташтары, алевролиттары, һәүерташтары, доломиттарынан тора. Өҫтө (ландшафт) һоро урман тупрағындағы ҡайын-уҫаҡ-ҡарағай һәм йүкә-имән-ҡарағай урманы менән ҡапланған.

Топонимика үҙгәртергә

Атама кесе алатау тигәндән килеп сыҡҡан.Бала термины икенсе төрлө бәләкәй тигән мәғәнәлә йөрөй.

Һылтанмалар үҙгәртергә

И.М.Япаров, Тәржемәсе И.М.Япаров. / Алатаубала (һырт) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.