X системаһы
X системаһы (эспер. ikso-sistemo, ikso-kodo, X-sistemo) – эсперанто телендә яҙыу системаларынан береһе. Был системала эсперантоның диакритик тамғалы хәрефтәрҙең урынында тура килгән диакритикаһыҙ хәреф һәм x хәрефенән торған диграфтар ҡулланыла. Был Людвиг Заменһоф тарафынан тәҡдим ителмәгән әммә хәҙергә иң йыш ҡулланылған система. Эсперанто Академияһында X системаһы ҡулланылмай, Юникод һәм Заменһоф тарафынан тәҡдим ителгән H системаһы ғына ҡулланыла.
Диакритикалы хәреф (ĉapela litero) | x-системаһында яҙыу |
---|---|
ĉ | cx |
ĝ | gx |
ĥ | hx |
ĵ | jx |
ŝ | sx |
ŭ | ux |