USB-флеш-һаҡлағыс
(USB-флеш-накопитель битенән йүнәлтелде)
USB-һаҡлағыстың (флешка) төп тәғәйенлеше — мәғлүмәтте һаҡлау, күсереү,резерв копия һаҡлау, операцион системалар индереү.[1]
Флешканың төп компоненттары:
- USB-интерфейс
- Контроллер — ROM һәм RAM менән беркетелгән ҙур булмаған микроконтроллер.
- NAND-чип флеш-хәтер — мәғлүмәтте һаҡлай.
- Осциллятор — USB шинаһы өсөн синхронлаусы сигналды генерирлай.
- Күп флешкаларҙа FAT төркөмөнә ҡараған файл системалары ҡулланыла. Флешканың куләменә ҡарап FAT16, FAT32 йәки exFAT ҡулланыла. 64 ГБ һәм унан да ҙурыраҡ күләмле флешкалар өсөн NTFS ҡулланыла.
Өҫтөнлөктәре һәм етешһеҙлектәре
үҙгәртергәӨҫтөнлөктәре
үҙгәртергә- еңеллеге, эштең тауышһыҙлығы һәм портативлыҡ;
- универсаллек, компьютер, телевизор һәм DVD- һәм медиа уйнатҡыстарға ҡуйыу мөмкинлеге;
- энергияны әҙ ҡулланыусы;
- температураның киң диапазонында эшләүе;
- механик тәьҫирҙәргә бирешмәй, шулай уҡ жесткий дискка ҡарағанда магнит яланы тәьҫиренә ныҡлы ҡаршы тора.
- оптик һаҡлағыстарға һәм дискеталарға хас булған сыйыҡтар һәм саң ултырыу проблемаһы USB-һаҡлағыстар өсөн ҡурҡыныс түгел.
- автоном режимда мәғлүмәтте 10 йылға тиклем һаҡлау мөмкинлеге бар. Иң аҙы мәғлүмәт 3-6 ай дауамында һаҡлана.