QS EECA University Rankings — Европаның һәм Үҙәк Азияның үҫешеүсе илдәренең («emerging and central Asia Europe») юғары уҡыу йорттары рейтингы. Йыллыҡ рейтингты[1] Quacquarelli Symonds (QS) инглиз агентлығы төҙөй.

QS EECA University Rankings

Рейтинг 2014 йылдан алып төҙөлә һәм ошо төбәктәрҙең 350 иң яҡшы юғары уҡыу йортон үҙ эсенә ала (EECA).

Методологияһы[2] үҙгәртергә

Юғары уҡыу йорттары артабан күрһәтелгән 9 йомғаҡлау күрһәткесен барлыҡҡа килтергән 10 фактор буйынса баһалана. Һәр фактор дөйөм һөҙөмтәгә билдәле бер өлөш индерә. Йомғаҡлау күрһәткестәренә академик репутация (Academic reputation) — 30 процент; эш репутацияһы (Employer reputation) — 20 процент; уҡытыусылар һәм уҡыусылар нисбәте (Faculty/student ratio) — 10 процент; уҡытыусыларҙың тикшеренеү һөҙөмтәлелеге (elsevier Scopus мәғлүмәттәре нигеҙендә), (Papers per faculty) — 10 процент; халыҡ-ара фәнни-тикшеренеү хеҙмәттәшлеге (International research network) — 10 процент; интернеттағы активлыҡ (Web impact) — 5 процент, хеҙмәткәрҙәр — фән докторҙары (ғилми дәрәжәгә эйә) өлөшө, (Staff with a PhD) — 5 процент; юғары уҡыу йорто хеҙмәткәрҙәренең мәҡәләләренә һылтаныу кимәле (Scopus мәғлүмәт базаһы), (Citations per paper) — 5 процент; сит ил уҡытыусылары (2,5 процент) һәм сит ил студенттары (2,5 процент) һаны (International faculty and international students).

Йомғаҡлау мәғлүмәттәре таблицаға индеерлә[3] һәм вуздарҙы сағыштырыу өсөн ҡулланыусы тарафынан һәр күрһәткес буйынса айырып ҡаралырға мөмкин.

Рейтингта Рәсәй вуздары үҙгәртергә

QS EECA University Rankings 2020 рейтингында (2019 йылда төҙөлгән), Рәсәйҙән 105 юғары уҡыу йорто (354 юғары уҡыу йортонан) күрһәтелгән[4]. Был төбәктә яҡшы дәғүәселек булыуы тураһында һөйләй.

Топ-10 исемлегенә дүрт Рәсәй университеты инә: М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты (1-се урын), Санкт-Петербург дәүләт университеты (2-се урын), Новосибирск дәүләт университеты (3-сө урын) һәм Томск дәүләт университеты (8-се урын).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. TOPUNIVERSITIES (билдәһеҙ).
  2. Methodology (билдәһеҙ).
  3. QS EECA University Rankings 2020 (билдәһеҙ).
  4. [https://vid1.ria.ru/ig/ratings/2020_QS_EECA.htm Российские вузы в Рейтинге QS: Развивающаяся Европа и Центральная Азия 2019/20] (билдәһеҙ).