MediaWiki буйынса фекерләшеү:Imagelinks

"Ссылка" һүҙен Башҡортсаға ни тип тәржемә итергә була?

Был һорауға бер төрлө генә яуап биреп булмай. Үҙем дә яуап эҙләйем. Яуапты бергәләп эҙләйек. --Рөстәм Нурыев 15:03, 11 марта 2006 (UTC)
Обсуждение:Баш бит тигән ерҙә бындай тәҡдимдәр бар ине: Ссылки сюда - Бында йүнәлтелгән линктар, Постоянная ссылка - Даими линк. Ул ваҡытта килешкәйнем дә. Әммә һуңынан тәржемә менән ашыҡмаҫҡа булдым. «Башҡортостан Ҡыҫҡаса энциклопедия» «Нәшриәттән» (предисловие) исемле мәҡәләһе былай тип яҙа: «Китапта, бүтән энциклопедик баҫмаларҙағы кеүек үк, телгә алынған мәҡәләләргә һылтаныу системаһы ҡулланылған һәм һылтанылған мәҡәлә курсив менән йыйылған». Урыҫса-башҡортса электрон һүҙлектә (Башҡорт теленең һүҙлектәре, ООО «Коралл», 2005) бындай тәржемә бар: Ссылка 1. (на кого-л., на какие-л. источники) һылтанма , 2. (сноска в тексте) тоҫҡама. Элекке (1964 йылғы) һүҙлектә Ссылка - ссылка тип күргәйнем. Шуның өсөн әлегә икеләнеп торам. Һеҙҙең кәңәштәр бик урынлы булар ине. --Рөстәм Нурыев 15:54, 11 марта 2006 (UTC)
миңә ҡалһа һылтанма ыңғай. «Ссылки сюда» - «Бында һылтанмалар», йәки «Постоянные ссылки» - «Даими һылтанма». --Ildar 20:12, 11 марта 2006 (UTC)

Миңә бик күп тышҡы күренеш һүҙҙәрен тәржемә итәһе бар әле. Бер «ссылка» һүҙе генә түгел. Уларҙы Махсус биттәр, Системные сообщения аша таба алаһығыҙ. Үҙегеҙҙең тәҡдимдәрегеҙҙе тышҡы күренеш һүҙҙәренә тура килгән фекер алышыу битендә ҡалдырығыҙ. --Рөстәм Нурыев 15:54, 11 марта 2006 (UTC)

һылтанма тап үҙе... --Haqmar 09:24, 15 марта 2006 (UTC)

«MediaWiki:Imagelinks» битендә фекер алышыу башларға

Фекер алыша башларға
«Imagelinks» битенә кире ҡайтырға.