Лайлалы ҡусҡарҙар

(Limacidae битенән йүнәлтелде)
Лайлалы ҡусҡарҙар
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Моллюскалар
Класс: ҡорһағаяҡлылар
Отряд: Яланғас ҡусҡарҙар
Подотряд: Eupulmonata
Ғаилә: Лайлалы ҡусҡарҙар
Латинса исеме
Limacidae Lamarck, 1801
Подсемейства[1]
ITIS 77300
NCBI 37859

Лайлалы ҡусҡарҙар (Limacidae) — ҡорһағаяҡлылар класының моллюскылар ғаиләһе.

Ҡылыҡһырлама

үҙгәртергә

Кәүҙәһе 25—50 мм оҙонлоҡта, селәүсен йәки цилиндр формаһында, аҡһыл йәки һарғылт төҫтә, көрән йәки ҡара таплы; баштан, кәүҙәнән һәм аяҡтан тора. Башында 2 пар һәрмәүес урынлашҡан, бер парының осонда күҙҙәре бар. Ауыҙ ҡыуышлығы бәләкәй ярыҡ рәүешендә. Ҡабырсағы (овал формалағы эзбиз пластинка) рудиментар, арҡаһын өлөшләтә ҡаплаған мантия аҫтында урынлашҡан. Һулышлығы кәүҙәһенең уң яғында.

Гермафродит. Үҫеше тура. Аталанған йомортҡаһын (эре, үтә күренмәле; 200 дананан ашыу) ергә ҡойолған япраҡ аҫтына, төрлө үҫемлек һабағы төбөнә һала.

Йәшәйеше

үҙгәртергә

250‑нән ашыу төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда баҫыу лайлалы ҡусҡары (Deroceras agrestis) һәм селтәрле лайлалы ҡусҡар осрай. Бер нисә йыл йәшәй. Эңерҙә һәм төндә әүҙем. Япраҡтар м‑н туҡлана. Урман ситендә, баҫыуҙа, һаҙлыҡта, йәшелсә баҡсаһында йәшәй. Ҡайһы бер төрҙәре — гельминттарҙың аралыҡ хужалары. Л.ҡ. м‑н күп ҡошр, ер-һыу хайуаны, ваҡ имеҙеүселәр туҡлана. Ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостары.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. BioLib Profil taxonu — čeleď slimákovití Limacidae Lamarck, 1801 Ҡалып:Ref-cz