Forvo
Forvo.com — донъяның киң таралған телдәрендә һөйләшеүселәр әйтелешендә ул телдәрҙәге һүҙҙәр яҙылған аудиофайлдар (MP3; HTML5 өсөн — .ogg ) ҡуйылған веб-сайт.
Forvo | |
Нигеҙләү датаһы | ғинуар 2008 |
---|---|
ХФА-лағы транскрицияһы | /ˈfɔːrvoʊ/ |
Девиз тексы | All the words in the world pronounced by native speakers, Все слова мира, произнесённые носителями, Todas as palavras do mundo pronunciadas por falantes nativos, Wszystkie słowa świata nagrane przez rodowitych lektorów, Alle woorden ter wereld uitgesproken door moedertaalsprekers, 世界中のあらゆる言葉をネイティブスピーカーの発音で, Tutte le parole del mondo pronunciate dai madrelingua, Tous les mots du monde prononcés par des locuteurs natifs, Alle Worte dieser Welt von Muttersprachlern ausgesprochen, Todas las palabras que existen pronunciadas por hablantes nativos, Dünyadaki bütün kelimelerin yerlisinden telaffuzları һәм 世界上所有词语的母语发音 |
Оценка критиков | best 50 websites of 2013 |
Рәсми сайт | forvo.com |
Лицензия | Creative Commons Attribution–NonCommercial-ShareAlike[d] |
Авторлыҡ хоҡуғы статусы | защищено авторским правом[d] |
Крылатая фраза | All the words in the world. Pronounced. |
Ранг Alexa | 10 748[1] |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 4599 |
Маска URL для поиска | https://forvo.com/search/$1 |
Сайтты 2008 йылдың ғинуарында Forvo Media SL компанияһы донъяға сығара, әлеге ваҡытҡа уның бер нисә телдәге интерфейсы, шул иҫәптән рус телендәгеһе (ru.forvo.com) бар, рус интерфейсында башҡорт теле бүлеге лә (ru.forvo.com/languages/ba/) бар. 2020 йыл башына 16 меңдән ашыу башҡортса һүҙ яҙҙырылған. Сайт бик күп һүҙҙәр әйтелеше яҙҙырылған тупланма булып тора. Һүҙҙәрҙең әйтелешен яҙҙырыу ирекле һәм түләүһеҙ башҡарыла, шунлыҡтан Forvo Википедия кеүек үк интернет-ирекмәнлек эше һөҙөмтәһендә йәшәй, ләкин унда булған нәмәләр ирекле түгел: улар коммерция ҡулланыуын тыйған CC BY-NC-SA менән лицензияланған[2].
Мөмкинлектәре
үҙгәртергәБыл ресурста түбәндәгеләр теркәлеүҙе талап итмәй:
- ҡаралған телдә һөйләшеүсе (һөйләшеүселәр) тарафынан яҙҙырылған һүҙҙәрҙе тыңлау (бер нисә вариант булыуы мөмкин);
теркәлеү үткәс (түләүһеҙ), түбәндәге мөмкинлектәр өҫтәлә:
- әйтелештәр яҙылған MP3-файлдарҙы һурҙырыу;
- ниндәй телдә икәнен күрһәтеп, 40 символдан да артмаған күләмдәге һүҙҙәр (фразалар) өҫтәү;
- башҡаларҙың әйтелешен баһалау;
- башҡа ҡулланыусылар менән хәбәрҙәр яҙышып аралашыу;
- һүҙҙәр (фразалар) әйтеп яҙҙырыу (Adobe Flash өсөн плагин файҙаланыу талап ителә);
- кемдер тарафынан әйтелгән һүҙҙәрҙең (фразаларҙың) үҙеңсә әйтелешен өҫтәү;
- телде йә диалектты өҫтәүҙе һорап, сайтты эшләүселәргә мөрәжәғәт итеү.
Интерфейсы
үҙгәртергәИнтерфейсына эҙләү юлы ҡуйылған, уға эҙләнелгән һүҙҙе йә һүҙбәйләнеште яҙырға кәрәк. Әгәр ул бирелмәләр базаһында булһа, зәңгәр өсмөйөш билдәһе менән бергә яҡтыра һәм, өсмөйөшкә баҫып, һүҙҙе тыңларға була. Ә һүҙҙең үҙенә баҫһаң, был һүҙҙең бите асыла. Унда һүҙҙе яҙҙырған ҡулланыусының (ҡулланыусыларҙың) исеме, енесе, йәшәгән иле, картала тораҡ пункты күрһәтелә. Шулай уҡ әйтелеште баһаларға, ҡулланыусыға хәбәр ебәрергә мөмкин.
Бер үк һүҙ башҡа телдәрҙә башҡа төрлө әйтелергә мөмкин. Шунлыҡтан аналогтары булған һүҙҙәр өсөн теле күрһәтелгән һалынмалар бар.
Телдәр дәүләт теле лә, ҡәбилә теле лә, үле тел йә яһалма тел дә булырға мөмкин.
Һүҙ бирелмәләр базаһында булмаһа, ҡулланыусы һүҙҙе һәм телде, кәрәк тапһа, әйтелеште белеү маҡсатын белдергән тегты (тамғаны) ҡуя ала (бынан һуң ул телдә һөйләшеүселәрҙең берәйһе уны әйтеп яҙҙырғанын көтөргә кәрәк була). Әгәр ҡулланыусы үҙ телендәге һүҙҙе эҙләһә, микрофоны булған хәлдә, уны үҙе әйтеп тә яҙҙыра ала. Бөтә төр һүҙҙе йә фразаны, һүҙбәйләнеште, яңғыҙлыҡ исемде, топонимды әйтеү өсөн теүәл 2,5 секунд бирелә, сайтты эшләүселәр фекеренсә, теләгән бер лексик берәмекте әйтеп яҙҙырыу өсөн ошо ваҡыт етә. Һүҙҙе ҡат-ҡат яҙҙырып ҡарарға мөмкин — был йәһәттән бер ниндәй сикләү юҡ, әммә «Әйтелеште һаҡларға» тигән төймәгә баҫҡас, һуңғы яҙма һаҡлана. Яңылыштан дөрөҫ түгел яҙма һаҡланһа йә сит тауыштар килеп ҡыҫылһа, ҡабат яҙҙырырға мөмкин, ләкин был осраҡта булған балдар (ҡулланыусы йыйған балдар) юҡҡа сыға. Ҡулланыусы әйтелеш талап ителгән сираттағы һүҙҙәрҙе яҙҙыра ала, улар ҡыҙыл түңәрәк менән билдәләнгән.
Сайттың лексиконы
үҙгәртергәСайттың маҡсаты — төрлө телдәрҙә (диалекттарҙа, һөйләштәрҙә) әйтелгән һүҙҙәрҙе йыйыу. Ресурс «донъялағы бөтә һүҙҙәрҙе» йыйыуға дәғүә итә, шунлыҡтан тел берәмектәренең күпселеге, шул иҫәптән норматив булмаған лексика ла ҡабул ителә, сөнки, сайтты эшләүселәр фекеренсә, «һүҙ һәйбәт йә насар булырға мөмкин, был уны нисек һәм ниндәй ситуацияла ҡулланыуға бәйле». Ләкин яҙҙырылған һүҙлеккә индерелмәй торған һүҙҙәр ҙә бар. Мөхәррирҙәр (һәр тел бүлегенең үҙ мөхәррирҙәр составы була, ул теркәлгән һәм телдә һөйләшкән ирекмән ҡулланыусыларҙан төҙөлә) түбәндәгеләрҙе юйҙыра:
- хаталы яҙылған, дөрөҫ әйтелмәгән һүҙҙәрҙе, телде белмәгән кеше тарафынан, өҫтәүенә, ят акцент менән әйтелгән һүҙҙәрҙе;
- һүҙ урынына ҡысҡырыу һәм башҡа ят ауаздар яҙҙырылған, «ҡырҡылып ҡалған» яҙмаларҙы;
- телгә хас булмаған сит тел һүҙҙәрен, яңғыҙлыҡ исемдәрен, топонимдарын, брендтарын, бәләкәй төркөмдәрҙә генә ҡулланылған жаргон һүҙҙәрҙе, боҙоп яҙҙырылған сит тел һүҙҙәрен;
- тотороҡһоҙ һүҙбәйләнештәрҙе, һүҙҙәре һәр ваҡыт бергә ҡулланылмай торған фразаларҙы (Forvo миҫалы: «зәңгәр бина»);
- телдә булмаған, уйлап сығарылған һүҙҙәрҙе.
Түбәндәге осраҡтар ҙа хупланмай:
- телдең дөйөм ҡағиҙәләре буйынса төҙөлгән күп урынлы һандар әйтелеше;
- күплек, килеш формалары, әгәр уларҙың әйтелешендә айырма булмаһа.
Мөхәррирҙәр яҙҙырылған һүҙҙәрҙе башҡа сәбәптәр буйынса ла юйҙырырға хоҡуҡлы.
Тәнҡит
үҙгәртергәСайт сәйәсәтенә ярашлы, бирелмәләр базаһына индерелгән һүҙҙәрҙе (дөйөм ҡулланылыштағы норматив лексика күҙҙә тотола) мөхәррирҙәр үҙ ҡарамағы буйынса, бер яҡлы хәл итеп, иҫкәртеүһеҙ юйҙыра ала.
Forvo бирелмәләр базаһына норматив булмаған лексиканы, шул иҫәптән һүгенеү һүҙҙәрен индереүгә сик ҡуймай.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Alexa Internet (ингл.) — 1996.
- ↑ Лицензия . Дата обращения: 16 апрель 2013. Архивировано 18 апрель 2013 года.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Проекттың рәсми сайты
- Анна Кирикова. Лингвомания — сервисы для изучения языков (неопр.). 3DNews (15 марта 2010). Дата обращения 13 ноября 2011.
- Redacción de Baquía. ¿Cómo se dice…? Búscalo en Forvo.com («Как сказать...? Ищите на Forvo.com») (исп.). Baquía (20 de mayo de 2008). Дата обращения 13 ноября 2011. Архивировано 16 мая 2012 года.
- Саша Белановский. Эхонет: Forvo.com (правильные произношения от носителей языка) (неопр.). Радио ЭХО Москвы (13 октября 2011). Дата обращения 20 ноября 2011. Архивировано 16 мая 2012 года.