Big Society Capital (BSC; инглиз теленән «ҙур йәмғиәттең капиталы») — берҙәм етәкселек аҫтында ирекле булған Бөйөк Британия компаниялар, фондтар һәм трастар төркөмө, ул күпләп социаль инвестициялар яһай[1][2][3][4].

Big Society Capital
Тип

финанс институты, компаниялар төркөмө

Нигеҙләнгән

2012

Тармаҡ

Социаль инвестициялар

Милке

600 миллион фунт стерлинг (барлыҡҡа килгән ваҡытта)

Хеҙмәткәрҙәр һаны

1,5 мең

Сайт

http://www.bigsocietycapital.com/

Инвесторҙар

үҙгәртергә

Big Society Capital 2012 йылдың 4 апрелендә[4] Бөйөк Британия хөкүмәте хәл итеүе буйынса Британия аҡса һалыусыларының 15 йыл буйы актив булмаған счеттарында булған 400 миллион фунт стерлингы[5] һәм Barclays, HSBC, Lloyds Banking Group һәм RBS Бөйөк Британияның дүрт иң ҙур банкылары биргән 200 миллион фунт стерлингы аҡсаһына нигеҙләнә[1][2][3].

«Мерлин проекты» (ингл. Project Merlin) буйынса, ирекле банкылар BSC капиталына 40 % тиклем тигеҙ өлөштә капитал һала ала, әммә улар 20 % тауыш менән миноритар акционеры булып ҡала. Улай булһа ла, улар ойошманың бөтөрөүө сағында өҫтөнлөк хоҡуғына эйә булалар.

Структураһы

үҙгәртергә

Big Society Capital төркөмөнөң нигеҙендә ошо ойошмалар тора:

  • The Big Society Trust — үҙ эшмәкәрлегендә төркөм миссияһы, бирелгән формат буйынса социаль мәсьәләләрҙе сисеү, менән сикләнгән траст.
  • Big Society Capital Limited — төркөмдөң етәкләү компанияһы.
  • The Big Society Foundation — хәйриә иғәнәләр алған һәм BSC төркөмө миссияларына ярҙам иткән гранттар программаһын үҫтергән фонд.

The Big Society Trust (TBST) «Big Society Capital Limited» компанияһының мажоритар хужаһы (60 % капиатал — 80 % тауыштар), ә был — ойошманың эшмәкәрлегенең профилен үҙгәртеүен тыя.

Эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Big Society Capital хәйриә ойошмаларына һәм социаль предприятияларға булған инвестицияларҙа ҡатнашмай, әммә инвестицияларҙы аҙағына еткергән финанс аралашсыларға ярҙам итә[3][4][6].

Big Society Capital тотороҡло һәм план буйынса үҫешеү маҡсатында үҙенең төп эшмәкәрлегендә гранттар бирмәй, ә финанс ярҙамды кире ҡайтарыу нигеҙендә күрһәтә[1][3][7]. Фонд барлыҡҡа килгән саҡта уҡ уның аҡсаларының төп алыусылары социаль предприятилар була, сөнки хәйриә ойошмалары уларған биргән аҡсаларҙы күп осраҡта ҡайтара алмаясаҡ[1][3][7].

BSC ҡулланған инстументтары араһында:

  • Компанияларҙың докапитализацияһы (мәҫәлән, Charity Bank банкының 38,72 % BSC хужа була[8]).
  • Теүәккәл һәм оборот капитал биреү.
  • Социаль облигацияларҙы сығарыуҙа ҡатнаша.
  • Инфраструктура проектарына инвестициялар, социаль инвестицияларҙың проект арандеррайтингында ҡатнашыу.
  • Консультациялар һәм ярҙам күрһәтеү.

BSC бер проектҡа 500 меңдән башлап 15 миллион фунт стерлингка тиклем аҡса бирә ала.

Big Society Capital күп осраҡта Бөйөк Британиялағы социаль мәсьәләләрҙе хәл иткән ойошмаларға инвестициялар күсерә.

Эшмәкәрлегенең күрһәткесе

үҙгәртергә

2013 йылдың аҙағына ҡарата Big Society Capital йөкләмәләрҙең киң спектрына 149 миллион фунт стерлинг инвестициялар күсерә, улар араһында йәштәр араһында булған эшһеҙлек һәм оло кешеләрҙең изоляцияһын бөтөрөү кеүек социаль проблемаларҙы хәл итеү[1][6].

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Building a social impact investment market: The UK experience (2014) (ингл.). UK NATIONAL ADVISORY BOARD TO THE SOCIAL IMPACT INVESTMENT TASKFORCE Established under the UK’s Presidency of the G8 (сентябрь 2014). Дата обращения: 13 май 2015. 2015 йыл 29 апрель архивланған.
  2. 2,0 2,1 Launch of Big Society Capital – the world’s first ever social investment market builder (ингл.). Правительство Великобритании (4 апрель 2012). Дата обращения: 13 май 2015.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Big Society fund launches with £600m to invest (ингл.). BBC (4 апрель 2012). Дата обращения: 13 май 2015.
  4. 4,0 4,1 4,2 Иванова Наталья Владимировна Социальное инвестирование: обзор зарубежных практик (рус.) // Гражданское общество в России и за рубежом. — Высшая школа экономики, 2013. — № 3. — С. 31-36.
  5. Шул уҡ ваҡытта ошо счеттарҙың хужалары үҙҙәренең аҡсаларын өндәшкәндә кире ала.
  6. 6,0 6,1 См. примеры 2015 йыл 18 май архивланған..
  7. 7,0 7,1 James Taylor. Big Society Bank faces awkward commercial questions (ингл.) (14 февраль 2011). Дата обращения: 13 май 2015.
  8. The Charity Bank Limited (ингл.). endole.co.uk. Дата обращения: 10 май 2015.